+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Октябрь 2021, 12:56

Баш ҡала юбилейына әҙерлек башланды

2024 йылда баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы билдәләнәсәк. Ошо оло юбилей алдынан Өфөбөҙ күҙгә күренеп үҙгәрәсәк, матурланасаҡ.

Баш ҡала юбилейына  әҙерлек башланды
Баш ҡала юбилейына әҙерлек башланды

Республика Башлығы Радий Хәбиров юбилейға әҙерлеккә арнап үткәргән кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Масштаблы төҙөкләндереүҙәр, объекттар төҙөү ҙә планға индерелде. Урыҫ академия драма, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрҙары, транспорт ҡоролмалары ремонтланасаҡ, парктар, йорттарҙың алғы яҡтары, юлдар рәткә килтереләсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин был юбилейҙы үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәтергә төшөрҙө Радий Фәрит улы. Өфөнөң юбилейын билдәләү Башҡортостандың барлыҡ халҡы өсөн байрамға әйләнергә тейеш, тип тә билдәләне республика лидеры.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/society/page/2/

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: