Римма Әмир ҡыҙы Бүздәк районы Сабай ауылында донъяға килә. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын ошо йылдың башында Өфө ҡалаһының 1-се бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог булып башлай, һуңынан ҡаланың 17 -се клиник дауаханаһында эшләй.
1976 – 1978 йылдарҙа — Өфөнөң 1-се бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог.
1978 – 1988 йылдарҙа табип-акушер-гинеколог, бүлек мөдире була, 1988 – 2008 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 4-се клиник бала табыу йорто баш табибы урынбаҫары.
2013 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты, «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе. Римма Үтәшева 19-сы, 20-се саҡырылыш Өфө ҡала советы депутаты, 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты итеп тә һайлана. 2008 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ә 2021 йылдың 19 сентябрендә VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.
Фото һәм мәғлүмәт башҡорт википедияһынан алынды.