+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Февраль 2022, 17:46

Башҡорт милли циркы ветераны, юбилейығыҙ менән!

БАССР-ҙың халыҡ артисы Миҙхәт Сәйфулла улы Солтангәрәев бөгөн үҙенең 70 йәшен билдәләй.

Башҡорт милли циркы ветераны, юбилейығыҙ менән!
Башҡорт милли циркы ветераны, юбилейығыҙ менән!

Миҙхәт Сәйфулла улы 1952 йылдың 17 февралендә Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған. Өфө циркы ҡарамағындағы Башҡорт цирк студияһын тамамлағас, 1973 йылда эш башлай. Ул - иң билдәле һыбайлыларҙың береһе. 1981 йылдан «Башҡортостан егеттәре» труппаһының художество етәксеһе була.

Солтангәрәевтәр цирк артистары ғаиләһе булараҡ дан алған. «Башҡортостан егеттәре» труппаһында 2005 йылға тикем Миҙхәт Сәйфулла улының тормош иптәше, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Римма Рәүеф ҡыҙы һәм уларҙың улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илдар Миҙхәт улы сығыш яһай. Улар Рәсәй буйынса ғына түгел, Бельгия, Германия, Ҡытай, Монголия, Төркиә һәм башҡа сит илдәрҙә сығыш яһай.

Миҙхәт Сәйфулла улын күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға һаулыҡ теләйбеҙ һәм күп йылдар тамашасыларҙы һоҡланғыс номерҙары менән ҡыуандырғаны өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.

Башҡорт милли циркы ветераны, юбилейығыҙ менән!
Башҡорт милли циркы ветераны, юбилейығыҙ менән!
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: