-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
1 Апрель 2022, 15:49

Башҡорт һандуғасы, юбилейың менән!

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина бөгөн үҙенең күркәм байрамын билдәләй.

Башҡорт һандуғасы, юбилейың менән!
Башҡорт һандуғасы, юбилейың менән!

Ул 1972 йылдың 1 апрелендә Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуған.  Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Оҙаҡ йылдар «Йәдкәр» фольклор төркөмө составында халыҡ йырҙарын башҡара. Шул осорҙа Ғәли Хәмзин, Филүс Ҡалмырҙин менән бергә дуэт булып сығыш яһай.

Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләү дәүерендә Рәсәйҙә генә түгел, Европала (Франция, Германия, Чехия,) Ҡытай, АҠШ-та, Төркиәлә һәм башҡа күп илдәрҙә гастролдәр менән була.

Ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле сағыу тауышы, мөләйем йөҙө менән тамашасыларының һөйөүен яулаған башҡорт һандуғасының репертуарында «Таштуғай», «Шәүрә», «Ашҡаҙар»,  «Сәлимәкәй»,  «Зәлифәкәй», «Йыуаса» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙары урын алған, шулай уҡ композиторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен дә башҡара.

Беҙ Римма Амангилдинаға ижади үрҙәр, шатлыҡ-һөйөнөстәр, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Фото https://kulturarb.ru/ru/news/25-let-na-scene-v-ufe-sostoyalsya-tvorcheskij-vecher-rimmy-amangildinoj алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: