+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Август 2022, 23:50

Ҡотлайбыҙ, Гөлсара Искәндәр ҡыҙы!

Баймаҡтағы интернат-лицейҙың хеҙмәт ветераны Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина - Байрамғолованы 80 йәшлек юбилейы менән хеҙмәттәштәре ҡотлап, үҙҙәренең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә бына нимәләр яҙа:

Ҡотлайбыҙ, Гөлсара Искәндәр ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Гөлсара Искәндәр ҡыҙы!

"Уҡытыусы!  Күпме мәғәнә, күпме аң, сафлыҡ тупланған был һүҙҙә... Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше – ул УҠЫТЫУСЫ.

Бөгөн ихласлығы менән балҡып, әйләнә-тирәләгеләргә яҡты нур бөркөп йәшәгән хөрмәтле ветераныбыҙ, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, бөтә ғүмерен Баймаk интернат-мәктәбендә балаларға химия фәненән белем биреүгә арнаған, алдынғы, һәләтле уҡытыусыбыҙ Гөлсара Искәндәр kыҙы Байрамғолова үҙенең 80 йәшлек оло, матур ғүмер байрамын билдәләй.
Гөлсара Искәндәр ҡыҙының абруйлы һәм фиҙәҡәр хеҙмәте оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Уның аҡыллы кәңәштәре, хәстәрлеге, ҡыҙыҡлы дәрестәре уҡыусыларының күңелендә һәр ваҡыт рәхмәт хисе менән йылы хәтирәләр һаҡлай. Ә намыҫлы, өлгөлө хеҙмәте әле лә йәш быуын уҡытыусыларына үрнәк булып тора.
Шулай уҡ тормош иптәше, районыбыҙҙың төрлө өлкәһендә етәксе вазифалар башҡарған, хөрмәтле хеҙмәт ветераны  Рауил Бәҙретдин улы Байрамғоловтың да ошо арала 80 йәшлек юбилейын билдәләп үткәндәр.
Хөрмәтле юбилярҙар, беҙ һеҙҙе ысын күңелдән иҫтәлекле юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә, ҡыуаныс-шатлыҡтарына төрөнөп, ауырыу-һыҙланыу белмәй, тормоштан йәм-тәм табып, йәштәргә үрнәк булып оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ, йөҙөгөҙҙән шат йылмайыу китмәһен. Юбилейығыҙ менән!". 

Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото:vk.com

Ҡотлайбыҙ, Гөлсара Искәндәр ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Гөлсара Искәндәр ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Гөлсара Искәндәр ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Гөлсара Искәндәр ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: