+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Юбилейҙар
18 Ноября 2025, 06:06

"Малай сағың йөрөй ҡайынлыҡта"

Яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Факил Мырҙаҡаевҡа – 75 йәш ...Һүҙ араһында Факил ағайҙың фәһемле фекерҙәр йыйынтығын Мостай ағайға тотторҙом. Аҡыл эйәһе, тын да алмайынса, йыйынтыҡҡа ҡапланды ла ҡуйҙы. Әлбиттә, ҙур өлөшөн уның ижады алып тора.– Кем эшләне быны? – тип ғәжәпләнгән ҡарашын миңә йүнәлтте.Факил ағайҙы саҡырып индерҙем.

"Малай сағың йөрөй ҡайынлыҡта""Малай сағың йөрөй ҡайынлыҡта"
"Малай сағың йөрөй ҡайынлыҡта"

Факил Сәлих улы Мырҙаҡаев 1950 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостандың Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Рәсәй, Башҡорт­остан Журналистар (1979) һәм Яҙыусылар (1997) союздары ағзаһы.

Хеҙмәт юлын тыуған районының «Октябрь» гәзитендә башлай. «Баш­ҡортостан» гәзитендә – баш мөхәррир урынбаҫары, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында – яуаплы сәркәтип, «Һәнәк» журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
Өлкәндәргә һәм балаларға тәғәйенләнгән «Йәш хәбәрсе», «Ҡамғаҡ», «Аҙашҡан болан балаһы», «Тынғыһыҙ малай», «Яҙмыш фалы – йәшлектә», «Яратам, тигәйнең», «Ҡайын һуты», «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге», «Ҡояшлы сәскәләр» тигән хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары авторы.
«Һайлау», «Аҙашҡан болан балаһы», «Оҙайлы сәфәр», «Ҡиблалар буталғанда» повестары быуаттар алмашынған, ҡиблалар буталған үҙгәрешле-болғауыр осоробоҙға хас төрлө темаларға яҙылған. Тәнҡитселәр әҙип ижадының ҡәҙимге ерлекле, тормошсан булыуына иғтибар итә, төрлө быуын замандаштарыбыҙ әҫәр­ҙәрҙә йыш ҡына үҙҙәрен, яҡындарын, таныш ваҡиғаларҙы тоҫмаллай. Ысынлап та, көҙгөгә ҡапыл һынсыл баҡҡанда әлегәсә иҫләнмәгән салдарымды абайлау һиҫкәндереп ебәргән кеүек, яҙыусының әҫәрҙәре аяуһыҙ дөрөҫлөгө менән тетрәндерә, йәшәү – үлем, мөхәббәт – нәфрәт, тоғролоҡ – хыянат, ғорурлыҡ – меҫкенлек, форсат – сараһыҙлыҡ, ҡыуаныс – аяныс, ләззәт – ғазап кеүек һәр әҙәми затҡа ҡағылышлы мәңгелек төшөнсәләр хаҡында фәлсәфәүи уйланырға, ғәмләнергә этәрә.
Факил Мырҙаҡаев – балалар әҙәбиәтендә әүҙем һәм уңышлы эшләгән әҙип. Уның «Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат», «Йәйге каникул», «Тышау» повестары – «Аманат» журналында, «Йәш хәбәрсе», «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге», «Хушлашыу вальсы», «Яҙмыш фалы – йәшлектә», «Күңел ҡошом», «Яратам, тигәйнең», «Ҡайын һуты», «Баҙарҙарға барһаң...» повестары, «Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары» һәм хикәйәләре 1989 – 2022 йылдарҙа «Йәншишмә» гәзитендә баҫылды. Әҫәрҙәрҙә шатлыҡ-һөйөнөстәре, ҡыйынлыҡ-көйөнөстәре, тәүге мөхәббәт хистәре, әхлаҡи һәм рухи проблемалары менән бөгөнгө үҫмерҙәр һәм йәштәр донъяһы һынландырыла.
Яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул тиҫтәләгән автор­ҙың хикәйә-повестарын башҡортсаға ауҙарып, китап итеп йә иһә гәзит-журналдарҙа баҫтырҙы. «Йәншишмә»лә донъя күргән Станислав Востоковтың «Президент һәм уның министрҙары», Артур Гиваргизовтың «Атаҡлы «икеле» тоҡсайы яҙмалары», Андрей Жевалевский һәм Евгения Пастернактың «Ҡастыҡ бынан», Екатерина Каретникованың «Вирта» тигән мауыҡтырғыс һәм фәһемле повестары менән уҡыусыларыбыҙ Факил Мырҙаҡаев тәржемәһендә танышты.
Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры эстон драматургы Андрус Кивиряхктың – «Әлифбанан бер себеш», ҡыр­ғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» драмаларын, француз драматургы Жан Ануйҙың «Антигона» трагедияһын, испан драматургы Алехандро Касонаның «Иң бәхетле төн» мелодрамаһын уның тәржемәһендә сәхнәгә башҡортса ҡуйҙы.
Факил Мырҙаҡаев – күп яҡлы ижад кешеһе. Ул төҙөгән башҡортса-урыҫса ауыл хужалығы терминдары һүҙлеге ике тапҡыр нәшер ителде. «Икмәк ҡәҙере» йыйынтығына, исеме әйтеп тороуынса, төп байлығыбыҙ икмәккә ҡарата бөйөк кешеләрҙең, танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәренең фәһемле фекерҙәре, яҙыусыларҙың был ризыҡ хаҡындағы афоризмдары тупланды. Ҡаһарманыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында «бәләкәй энциклопедия» тип баһаланған йыйынтыҡтары башҡорт һәм урыҫ телдәрендә баҫылды. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-мини­стр­ы­ның Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы нәшер ителгән «Тарих шаңдауы» йыйынтығы ла үҙ уҡыусыларын тапты. «Үлем­һеҙҙәр» тигәне Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Герой­ҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары тураһындағы мәҡәлә­ләр­ҙән тора.
Автор башҡорт әҙиптәренең фәһемле фекерҙәрен бөртөкләп туп­лап, халҡыбыҙ тарихында беренсе дөйөм афоризмдар йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим менән Әнғәм Атнабаевтың афоризмдары башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә айырым китап булып донъя күрҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Ҡаҙағстандың Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара, Мифтахетдин Аҡмулла, Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты ул. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнгән.
Бөгөн гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, әүҙем авторыбыҙ Факил Сәлих улы Мырҙаҡаев 75 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Уны байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, үҙебеҙҙең иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ.

«Икенсе космонавт»
Ҡәләмдәштәр фекере


Факил Мырҙаҡаев – яҙыусылар араһында «икенсе космонавт», сөнки Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын икенсе булып ул алды. Шуныһы мөһим: ике лауреат та Дим буйынан. Факил Сәлих улына әлеге премияны матур күҙҙәр өсөн бирмәнеләр. Тырыш хеҙмәт, балаларға һөйөү, ихласлыҡ ята уның нигеҙендә. Бәхетле яҙмышлы кеше ул Факил Мырҙаҡаев. Журналистика өлкәһендәге тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәте менән бер рәттән ул матур-матур әҫәрҙәр ижад итте. Киләсәктә лә ижад ҡомарың һүнмәһен, ҡәләмдәш.

Ҡәҙим АРАЛБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Балалар ҡулдарынан төшөрмәгән был китаптарҙың өҫтөнлөгө шунда: улар мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролоуҙары менән бергә, башҡорт теленең бөтә байлығын иркен файҙаланып яҙылған юғары художестволы әҫәрҙәр. Тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләйҙәр, балаларға һәм үҫмерҙәргә бәйләнешле мөһим проблемаларҙы сағылдыралар. Иң мөһиме, Факил Мыр­ҙаҡаев балалар һәм үҫмерҙәр психологияһын тойоп, уларҙы яратып яҙа.

Нәжиб АСАНБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Уның «Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат», «Йәш хәбәрсе» повестарынан, бик күп хикәйәләрҙән тупланған «Тынғыһыҙ малай» китабы кескәйҙәрҙе туған тел хикмәттәре менән таныштырһа, йәш үҫмерҙәргә тәғәйен әҫәрҙәрендә хеҙмәт кенә кешене кеше итә тигән фекер үткәрә. «Йәш хәбәрсе» повесында Самат үҙенең редакцияла эшләгән ағаһы Айраттан журналистика серҙәренә өйрәнә, гәзит жанр­ҙары менән таныша. Балаларыбыҙға һөнәр һайларға ярҙам иткән бындай китаптарҙың әһәмиәте ҙур. Сөнки әҙип һәм журналист һүҙенең баһаһы төшөп барған бер заманда йәш быуынды әҙәбиәткә һәм журналистикаға ылыҡтырыу мөһим.

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Балалар яҙыусыһы булып танылған, дан ҡаҙанған Факил Мырҙаҡаевтың «Яҙмыш фалы – йәшлектә» тип аталған повес­тар йыйынтығы – бөгөнгө балалар әҙәбиәтен байытыусы ижад емеше. Ул емештең һуты күңелдәрҙе сафландыра, мәктәп уҡыусыларына күпме үрнәк, йәшәү рәүешенең өлгөләре килтерелә, хис-тойғоларына күпме көс, ҡөҙрәт бирә. Бындай яҙыусыбыҙ бар икән, илһамланып ижад итә икән, балалар прозаһы яңыса үҫеш алырына ышанам, сөнки уның фалы Факилда. Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрендә, бөйөк булмаһаң да, кеше булып ҡал, тигән төп идея күтәрелә.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ, педагогия фәндәре докторы, профессор.

Факил Мырҙаҡаевтың ҡайһы әҫәрен генә алһаң да, шул күҙгә ташлана: унда үҫмерҙең күңел донъяһы нескә тасуирланған. Автор геройҙарын идеаллаштырып та ебәрмәй, әммә насар ҡылыҡлыһы – үҙ йөҙө менән, яҡшылыҡ юлына баҫҡаны ла эҙләнеүсе булып күҙ алдына баҫа. Шуныһы йәнә иғтибарға лайыҡ: автор яманлыҡ эшләгәндәргә лә ҡул һелтәп, «йәмғиәттең ташландығы» тигән диагноз ҡуймай. Сөнки ул тәү сиратта – бала, үҫмер. Балалар өсөн яҙыусы иң тәүҙә педагог булырға тейеш. Ул баланың бер генә ыңғай сифатын күрһә лә, шуны үҫтерерлек яҡтылыҡ һибә – бер көн килеп яҡшылыҡ орлоғо ҙур ағас булып үҫеп сығасаҡ.

Лариса АБДУЛЛИНА, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Әмәлгә ҡалғандай, бер көн Мостай Кәрим «Башҡортостан» гәзите редакцияһына килеп сыҡты. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Уртаҡ фекерҙәребеҙ күп булды. Һүҙ араһында Факил ағайҙың фәһемле фекерҙәр йыйынтығын Мостай ағайға тотторҙом. Аҡыл эйәһе, тын да алмайынса, йыйынтыҡҡа ҡапланды ла ҡуйҙы. Әлбиттә, ҙур өлөшөн уның ижады алып тора.
– Кем эшләне быны? – тип ғәжәпләнгән ҡарашын миңә йүнәлтте.
Факил ағайҙы саҡырып индерҙем.
– Урынбаҫарымдың эше, – тим.
– Ҡара әле, Факил, һин бит булкаларҙан «йөҙөмдәрҙе» генә сүпләп алғанһың. Ә китабы ҡасан сыға? Халыҡҡа оҡшар ул. Тик беҙҙең яҙғандарҙан аҙаҡ Факил Мырҙаҡаев сүпләп йый­ған «йөҙөмдәр» генә ҡалмаһа ярар ине, – тине халыҡ шағиры.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ,прозаик, драматург.

Күтәрелдең ижад тауына 

Факил Мырҙаҡаевҡа, ҡәләмдәшкә

Ҡайынлыҡта ҡалған малай сағың,
Аҙашыпмы, әллә үс итеп,
Көмөш тәңкәләрен ҡайындарҙың
Йыйып йөрөй ихлас, үҙ итеп.

Яраталар, ахыры, шул малайҙы:
Ҡайындар бит әсә йәнлеләр.
Ҡаран ҡайындары зифа буйлы,
Сихри моңло, бигерәк йәмлеләр.

Тыуған ерҙең йәм-биҙәге улар,
Бында уйнай йәштәр йыйылып.
Япраҡ шауы, гүйә, симфония,
Йөрәктәрҙә ҡала уйылып.

Бында киңлек, бында паклыҡ, сафлыҡ,
Гүзәллеккә күңел кинәнә.
Бында ҡанатлана тәүге хистәр,
Тәүге һөйөү бында төйнәлә.

Йәшлек бәхетен татып,
Мөхәббәттән шашып,
Нисә быуын бында үҫкәндер,
Үҫкәндер ҙә ҡоштар һымаҡ көҙөн,
Йылы эҙләп осоп киткәндер.

Һин дә киттең,
Аҡ ҡайындар шауын
Алыштырҙың ҡала шауына.
Әрхәнәй тау тәпәш тойолдомо,
Күтәрелдең әҙәбиәт тигән
Мәртәбәле ижад тауына.

Шул тау-үрҙән күренәлер әле
Ҡул болғаған анау аҡ ҡайын.
Хәтерләтәлер ул шул аҡ ҡайын
Һөйөү тулы әсә ҡосағын.

Янып-көйөп гәзит сығараһың,
Китап артлы китап яҙаһың.
Ауылдаштарыңа һин һаман да
Ҡайынлыҡта йөрөгән малайһың.

Ҡайынлыҡта ҡалған малай сағың,
Үҙең күптән ҡала кешеһе.
Һары япраҡтарҙы ел өйөртә,
Көҙгө елдәр елдәр ишеме...
Малай сағың йөрөй ҡайынлыҡта.

Түләк ҒИРФАНОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас