

Ошо айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уның ижадын яратыусылар, коллегалары, дуҫтары һәм яҡташтары йыйылды. Һәр береһе юбилярға йылы теләктәрен еткерҙе.
Мөнир Сәхиулла улы үҙе лә, ҡунаҡтар ҙа йәшлек хәтирәләренә бирелеп, уның журналистикала тәүге аҙымдарын, беренсе әҫәрҙәрен, китаптарын иҫкә алды. Бөгөн иһә Мөнир Ҡунафин – күп китаптар авторы. Махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтҡан журналист яу яланындағы ваҡиғалар хаҡында ла әҫәрҙәр ижад итте.
Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ илһам теләйбеҙ.
Автор фотолары.