+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юғалтыу
23 Июнь 2022, 13:50

Бәхил бул, беҙҙең яҡташыбыҙ,кумирыбыҙ...

«Ласковый май» төркөмөнөң солисы,яратҡан йырсыбыҙ Юрий Шатунов мәрхүм булып ҡалды. Ә кисә «Шоколадный заяц» хиты менән танылыу яулаған 45 йәшлек Пьер Нарцисс вафат булғайны.

Бәхил бул, беҙҙең яҡташыбыҙ,кумирыбыҙ...
Бәхил бул, беҙҙең яҡташыбыҙ,кумирыбыҙ...

Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Күмертау ҡалаһында тыуған. «Белые розы», «Седая ночь» и «Детство» тигән йырҙары менән популярлыҡ яулағайны. 1986 йылдан 1991 йылға тиклем «Ласковый май» төркөмөндә йырлап, шул осорҙоң иң танылған башҡарыусыһы ине.

Ә Пьер Нарцисс 1977 йылдың 19 февралендә Камерунда тыуған. 90-сы йылдарҙа Рәсәйгә килеп, Мәскәү дәүләт университетында уҡый. «Йондоҙҙар фабрикаһы» шоуында ҡатнашып, билдәләлек яулай.

Фото: www.kleo.ru 

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: