+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү менән ҡайтығыҙ, көтәбеҙ!

Атайым менән Альберт ағайым махсус хәрби операцияла ҡатнашыуына 11 ай булды. Күптән түгел улар ялға ҡайтып, киренән яуға китте.

Еңеү менән ҡайтығыҙ, көтәбеҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ, көтәбеҙ!

Ҡәҙерлеләребеҙ менән бергә булған 10 көн бер тәүлек һымаҡ ҡына тойолдо беҙгә. Бигерәк ваҡыт тиҙ үтә икән?! Ә атайым менән ағайым өйҙә булмағанда, көндәр шул тиклем әкрен үткән һымаҡ тойола. Моғайын, һағынып көткәнгәлер... Улар яныбыҙҙа саҡта донъябыҙ балҡый, күңелле, рәхәт! Ә яуға киткәстәр, беҙгә лә ныҡ ҡыйын... Тиҙерәк ергә тыныслыҡ килһен ине...

Белем усағыбыҙҙа уҡытыусылар улар менән иҫтәлекле һәм матур осрашыу ойошторҙо. Атайым шунда беҙгә: “Тырышып уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Көслө булығыҙ! Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ”, – тине. Был һүҙҙәргә ныҡ ышанабыҙ, уларҙың һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын көн дә теләп кенә йөрөйбөҙ.

Беҙҙең ғаиләлә 5 бала: өлкән ағайым атайым менән илебеҙҙе һаҡлай, апайым – юғары уҡыу йортонда, ә өсөбөҙ мәктәптә уҡыйбыҙ.

Әсәкәйебеҙҙең хәлен аңлайбыҙ, шуға һәр яҡлап ярҙам итеп, уға терәк булырға тырышабыҙ. Өйҙәге бар эштәрҙе үҙебеҙ башҡарабыҙ.

Атай, ағай, беҙ һеҙҙе һағынабыҙ, тиҙерәк еңеү менән ҡайтығыҙ!

 

Мансур ЙОНОСОВ, VI синыф уҡыусыһы.

Салауат районы, Янғантау мәктәбе.

 

#ЙәншишмәҒаиләйылы2024Акция

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: