+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ

 #ЙәншишмәҒаиләйылы2024Акция Һуғыш... Һағыш... Был һүҙҙәрҙә оҡшашлыҡ бар. Һуғыш тураһында ишетеү менән күңелдәрҙе һағыш баҫа.    Беҙ һуғыш тураһында ололарҙан ишетеп, китаптарҙан уҡып, фильмдарҙан ҡарап ҡына белә инек. Беҙгә ул бик йыраҡ һәм бер ҡасан да булмаҫ кеүек тойола ине...

Беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ
Беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ

    Махсус хәрби операция башланғас та ике туған ағайым Айнур ҙа яуға китте. Ул Донецк өлкәһендә дошман менән алыша. Уны өйҙә ҡыҙы Элина менән улы Денис һағынып көтә. Күптән түгел атайҙары ялға ҡайтҡайны. Уның менән бергә булған көндәр тиҙ генә үтте лә китте. Ағайым балалары менән  уйнап, йырлап, алдағы көндәргә матур пландар ҡорҙо. Һуңынан башҡа туғандарының да хәлдәрен белеп, һәр береһенә йөрөп сыҡты. Ял көндәре тамамланыу менән ул киренән яуға юлланды.

    Хәҙер беҙ, туғандар, уның имен-аман ҡайтыуын көтәбеҙ. Мин бүләктәр әҙерләйем. Сәйләндән беләҙектәр үрәм. Уларҙы флаг төҫтәрендәге сәйләндән теҙҙем. Әсәйем менән мендәр, пледтар, мунса эшләпәләре тегәбеҙ. Ағайыбыҙға ла яратҡан балын посылка итеп ебәрҙек. Бындай бүләктәрҙе әсәйем менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡа ауылдаш ағайҙарға ла әҙерләйбеҙ.

      Бер көнө әсәйем клуб етәксеһе Лида апай менән һөйләшеп: ”Бәлки, һалдаттар өсөн ауылда әлегеләй мендәр, плед һәм башҡа кәрәк әйберҙәр тегергә урын ойоштороу мөмкинлеге булыр?”– тигәйне. Уның  теләге тормошҡа ашты бит. Хәҙер ауыл клубында тегеү өсөн урын бар. Тегеү оҫтаһы Клара апай белмәгәндәрҙе өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Үҙем дә ярҙам күрһәтергә тырышам. Ағайым менән әсәйем мендәрҙе тултырырға ярҙам итте. Яралылар өсөн бандаждар, плащтар ҙа тектек.

    Беҙ бергәләп фашизмды еңәсәкбеҙ! Тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын. Айнур ағайым һәм бар ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтһын, тип теләйем.

 

Ландыш РАМАҘАНОВА, йәш хәбәрсе.

Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ
Беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: