Атайым 2022 йылдың апрель айынан махсус хәрби операцияла иле алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәй. Тыуған илебеҙҙең тыныслығы өсөн көрәшә. Ул төрлө хәрби операцияларҙа ҡатнашты. Күп кенә миҙалдар менән бүләкләнде. Тағы ла февраль айында атайыма батырлығы өсөн Жуков миҙалын тапшырҙылар.
Әсәйем менән көн дә уның имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләп кенә йөрөйбөҙ. Үҙен ныҡ һағынабыҙ.
Атайым менән ғорурланам. Үҫкәс, мин дә хәрби булам, уның кеүек Тыуған илемде һаҡлаясаҡмын, Алла бирһә!
Сынбулат ТОМАНШИН, II синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.