+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Атай, һине һағынып көтәбеҙ!

Һаумы, атай! Хәлдәрең нисек? Һинән хәбәр алдыҡ. Хат яҙған һайын, хәлдәр һәйбәт, тип яҙаһың. Әммә беҙ был юлдарҙы бик яҡшы аңлайбыҙ: һинең башҡарған эшеңдә ҙур яуаплылыҡ торғанын. Ватанды һаҡлау – бик еңелдән түгел, яуаплы һәм ҡатмарлы эш. Атай, һиңә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Атай, һине һағынып көтәбеҙ!
Атай, һине һағынып көтәбеҙ!

 Беҙҙең хәлдәр арыу ғына. Яҡшы билдәләргә генә мәктәпте тамамланыҡ ҡустым менән. Һин Еңеү менән ҡайтҡас, уңыштарыбыҙға ҡыуанырһың, Алла бирһә.

    Мин көн дә үҙеңде төшөмдә күрәм. Ҡайтҡанһың да шундай яғымлы йылмайып тораһың! Йүгереп килеп ҡосаҡлайым тиһәм, уянып китәм... Барыбыҙ ҙа йыйылып, һинең фотоһүрәттәреңде ҡарап, бәхетле минуттарҙы йыш иҫкә төшөрәбеҙ.

    Хеҙмәттәштәреңә лә күп сәләм еткерәбеҙ, атай. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ауыр минуттарҙа улар ҙа һиңә ярҙам итер, тип ышанам. Һеҙгә бағышлап, бәләкәс кенә шиғыр яҙҙым.

Яу яланында атай-ағайҙар

Яуыз дошманды тар-мар итәләр.

Һеҙҙең еңеү менән ҡайтыр саҡты

Көтә балалар, көтә әсәләр.

   Шуның менән, атай, хатымды тамамлап торам бөгөнгә. Беҙ көтәбеҙ, һағынабыҙ, яратабыҙ һине. Һеҙ булғанға беҙҙең күгебеҙ яҡты, һеҙ һаҡта торғанға, күңелебеҙ һәм йоҡобоҙ тыныс. Һәр ваҡыт шулай булһын ине, тип хыялланам. Булмаһын ине башҡа һуғыш, барыһы ла татыу йәшәһен был донъяла.

    Яратам һине, атай! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Әсәй, өләсәй менән олатай ҙа һиңә ҡайнар сәләмдәр ебәрә. Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, тиҙерәк осрашҡанға тиклем.

 

Ралина ҠАҺИРОВА, V cиныф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Атай, һине һағынып көтәбеҙ!
Атай, һине һағынып көтәбеҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: