+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яугир ғаиләһенә ярҙам

Янғантауҙы ла ҡайғылы хәбәр урап үтмәй. Был ауылдан Азамат Вәлиәхмәт улы Харисов махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡала. Нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә...

Яугир ғаиләһенә ярҙам
Яугир ғаиләһенә ярҙам

Ауылдаштары яугирҙың әсәһе Фәниә Әфтәх ҡыҙын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, хәл белешеп тора һәм төрлөсә ярҙам ҡулы ҡуҙа. Был изге эшкә мәктәп уҡыусылары ла ҡушылған.

Бигерәк тә X “А” синыфы уҡыусыһы Алмаз, IX “А” синыфҡа күскән Аслан һәм IV “А” синыфына барасаҡ Шамил Хановтар һоҡландыра. Шулай уҡ уларға туғандары VI “Б” синыфын тамамлаған Айбулат Ханов та ярҙамлаша. Яҙғыһын Фәниә Әфтәх ҡыҙына картуф сәсешһәләр, әле тырыш, уңған малайҙар уны  күмеп, баҡсаны ҡый үләненән таҙартып өлгөргән.

Афариндар! Яугирҙың әсәһен ҡыуандырып ҡайтып китә улар.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Салауат районы.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: уңған малайҙар картуф сәсеү мәлендә.

Янғантауҙар картуф  күмә.

Яугир ғаиләһенә ярҙам
Яугир ғаиләһенә ярҙам
Яугир ғаиләһенә ярҙам
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: