+12 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Атайыбыҙ имен-һау ҡайтһын», – ти Тимур менән Илсур Мырҙабулатовтар / «Ждем нашего отца живым и здоровым»,– говорят Тимур и Ильсур Мурзабулатовы

Уларҙың  йортона килеп инеү менән бар ерҙә тәртип, бөхтәлек күҙгә салына. Һәр нәмә үҙ урынында, бүлмәләр зауыҡ менән биҙәлгән. Ҙур бүлмәлә бала сәңгелдәге эленеп тора. Хәҙерге заманда был бик һирәк күренеш тә ул.

«Атайыбыҙ имен-һау ҡайтһын», – ти Тимур менән Илсур Мырҙабулатовтар / «Ждем нашего отца живым и здоровым»,– говорят Тимур и Ильсур Мурзабулатовы
«Атайыбыҙ имен-һау ҡайтһын», – ти Тимур менән Илсур Мырҙабулатовтар / «Ждем нашего отца живым и здоровым»,– говорят Тимур и Ильсур Мурзабулатовы

 Ә миңә сәңгелдәк бүлмәгә ниндәйҙер серлелек өҫтәгән һымаҡ тойолдо. Ғөмүмән, өйҙән әйтеп бөткөһөҙ  йылылыҡ нуры бөркөлә. Мин барып ингәндә, йорттоң уңған хужабикәһе Гөллирә ханым, ҡәйнәһе Айгөл апай һәм ҡайынбикәһе Алһыу менән сәй эсеп ултыраине.

Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында йәшәгән был өлгөлө һәм татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Ә ғаилә башлығы, “Башҡорт” позывной исемле  ир уҙаманы    барыбыҙҙың тыныслығын һаҡлап, махсус хәрби операцияла иле алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәй. Уны күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн ”Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләгәндәр.

Бөгөн һеҙгә һоҡланғыс, Баймаҡ районы Ҡаратал ауылының өлгөр, уңған йорт хужабикәһе менән булған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Беҙ һөйләшкән арала һүҙгә ҡәйнәһе менән ҡайынбикәһе лә ҡушылып китте.

– Йортта алтын ҡуллы хужа йәшәгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Гөллирә ханым, ғаиләгеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.

– Рәхмәт. Эйе, тормош иптәшемдең ҡулы – алтын, белмәгән эше юҡ. Үҙебеҙ һалған йортта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр! Тыныс, матур ғына йәшәп ятҡанда, ҡапыл донъялар үҙгәреп китте лә тормош иптәшем үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте. Әлбиттә, барыбыҙ менән кәңәшләшеп, шулай уртаҡ фекергә килеп, илебеҙҙең тыныслығын һаҡлау – борондан килгән изге бурысты үтәү өсөн ул яуға юлланды. Һау-сәләмәт кенә йөрөп, тиҙерәк еңеп ҡайтыуҙарын теләп кенә йөрөйбөҙ.

Хәләл ефетем менән апайымдың туйында таныштым. Апайым да ошо ауыл егетенә кейәүгә сыҡты. Мине алдан туйға  әҙерләнергә ҡайтырға ҡушҡайнылар.  Был мәлдә алған һөнәрем буйынса Өфөлә тауар белгесе булып эшләп йөрөй инем. Туй бик матур үтте. Шунда  икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә тәү ҡараштан ғашиҡ булдыҡ. Артабан ныҡлап дуҫлашып киттек, егетем дә  баш ҡалаға килеп, эшкә урынлашты. Бер йылдан һуң өйләнештек. Аҙаҡ инде ауылға ҡайтҡас, ҡайны-ҡәйнә йортонда татыу, матур итеп 5 ай йәшәнек. Тормош иптәшем башта йорт төҙөр өсөн бар кәрәк-яраҡ әйберҙәрен хәстәрләп-йыйып алды ла ошо өйҙө үҙ көсө менән һалып та ҡуйҙы. Аллаға шөкөр, тормошомдан уңдым, бәхетемә күҙ теймәһен! Ана, мөхәббәт емештәребеҙ – өс улыбыҙ үҫеп килә. Өлкән улыбыҙ Тимур Ҡаратал мәктәбенең VII синыфын тамамлаһа, уртансыһы Илсурға – 6 йәш, ә бәләкәсебеҙгә йәш ярым булды.

Тормош иптәшем  – тырыш, эшһөйәр, ярҙамсыл кеше. Күҙгә генә ҡарап тора, иртә таңдан тороп, бар йорт эштәрен башҡарып та өлгөрә. Хатта аш бүлмәһенә инеп, ниндәйҙер бер тәмлекәс бешереп ҡуя әле. Яуҙан 10 көнлөк ялына ҡайтҡанында ла, өйҙәге ир ҡулы етмәгән эштәрҙе башҡарып, төҙәтеп, ҡатып, рәтләп, бар ерҙе тәртипкә килтерҙе. Ул бер минутын да бушҡа уҙғармай. Улдарын да шулай тәрбиәләй. Әле атайҙары өйҙә булмағас, бар ир-ат эше уларҙың яуаплылығында. Бигерәктә Илсур улыбыҙ атаһына оҡшап, ныҡ таҙалыҡ ярата. Бүлмәләрҙе ҡарап ҡына тора. Шуға ла һәр ҡайҙа ла – тәртип һәм таҙалыҡ. Ул саң һурҙыра башлаһа, ағаһы иҙән йыуырға тотона.

– Ана, бүлмәлә эленеп торған сәңгелдәк ҡалай матур ғына...

 – Эйе, хәҙер ауылдарҙа сәңгелдәк юҡ, тиерлек. Беҙҙең Артурыбыҙ шунда ғына йоҡлай. Сәңгелдәген дә ныҡ ярата. Йоҡоһо килһә, йүгереп бара...

– Бәләкәй Артурҙы ағайҙары ҡарашамы?

– Әлбиттә, улар – минең ҙур ярҙамсыларым. Тағы ла ошо ауылда йәшәгән ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәтлемен. Ҡәйнәм кәрәк саҡта килеп етә, балаларымды ҡарап тора. Ярай әле эргәмдә ул бар. Шулай уҡ үҙемдең ата-әсәйем һәм туғандарымдың ярҙамы бик ҙур.  Үрге Яйыҡбай ауылынан килеп  етәләр. Ныҡ рәхмәтлемен, һау ғына булһындар инде.

– Эйе, һеҙ бәхетле. Янығыҙҙа ҡәйнәгеҙ бар. Һеҙҙең  ғаиләлә килен-ҡәйнә мөнәсәбәте бик йылы икәне һиҙелеп тора. Айгөл апай, улығыҙ  бала сағында ниндәйерәк булды?

– Улыбыҙ бәләкәйҙән эш яратып, хеҙмәт менән сынығып үҫте. Аталары ныҡ талапсан, уҫал холоҡло кеше булғас, уны тыңлап ҡына торҙо. Ҡушылғанды тиҙ генә үтәп тә ҡуя торғайны. Үҙем һауынсы булып эшләгәс, иртә менән эшкә китәм. Алһыу апаһы менән  улым да иртә тороп, өйҙәге бар эштәрҙе башҡарып ҡуя инеләр. Урам буйында ла ваҡыт уҙғарып йөрөмәнеләр. Малай булғас, улымда ла шуҡлыҡ та бар бит инде. Тегендә-бында эш боҙһа, атаһы һорап та тормай сәсен тап-таҡыр итеп ала ла ҡуя ине. Бер-ике тапҡыр булғандыр был хәл. Шунан һуң урам буйлап йөрөргә уйы ла, ваҡыты ла булманы улымдың.

 Әрме хеҙмәтен Дағстанда үтте. Командирынан Рәхмәт хаты алдыҡ. Улыбыҙ батырлыҡ күрһәткән икән. Ул ҡурҡыу белмәҫ, батыр, тырыш, ҡыйыу булды бар ерҙә лә. Әле лә илде һаҡлау бурысын намыҫ менән үтәй.  Ейәндәрем дә илдең тыныслығы тик ир-ат ҡулында икәнлеген бик яҡшы аңлай. Сөнки аталары уларҙы шулай көслө, рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша.

– Алһыу, бала саҡта ҡустыңды ҡарап ҡына йөрөттөңмө?

– Киреһенсә, үҙем апай булһам да, ул мине ҡараны. Беҙ ҡустым менән үҙ-ара ныҡ дуҫ булып үҫтек. Өйҙәге бар эштәрҙе бергә башҡара торғайныҡ. Таң менән тороп баҡсалағы, картуфлыҡтағы ҡыйҙы утай инек. Бергәләп спорт менән дә шөғөлләндек. Унан өлгө алырға була.Әле шуға ла донъялары бар яҡтан да ялтырап тора. Ана, урам эсендә улдарына эшләгән спорт майҙансығы нисек һуң? Балаларының спорт яратып, көслө булып үҫеүен теләй бит ул. Әллә ҡайҙа барып шөғөлләнергә  түгел, бөтәһе лә эргәлә генә. Теләгең генә булһын. Күнекмә өсөн бар спорт ҡоролмалары ла ҡуйылған. Телефон тотоп өйҙә ултырмаһындар өсөн барыһына ла  йәштәренә ҡарап, мотоцикл, велосипед һатып алды.  Әйҙә, саф һауала рәхәтләнеп йөрөһөндәр.

– Гөллирә Салауат ҡыҙы, ауыл ерендә йәшәгәс, мал - тыуар ҙа тоторға кәрәк бит. Уныһына ла өлгөрөргә кәрәк...

– Шулай. Беҙ тик йылҡы малдарын ғына аҫрайбыҙ. Тормош иптәшем быға тиклем бесәнен сабып, һолоһын алып хәстәрләп киткәйне. Үҙебеҙҙең трактор менән бесән саба. Әле малды атайым ҡараша.

– Баҡсағыҙ ҙур ғына, улдарығыҙ ярҙам итәме?

– Илсур улыбыҙ ҡыяр ярата. Шуға үҙе һыу ҡоя, тәрбиәләй. Ғөмүмән, ул –  ныҡ иғтибарлы бала. Атаһына оҡшап, тәртип урынлаштырып ҡына тора. Сөнки бала саҡтан гел атаһы янында йөрөп үҫте. Әле берәй ерҙә етешһеҙлек күрһә, әйтеп кенә ҡалмай, төҙәтеп тә ҡуя һала.

– Гөллирә Салауат ҡыҙы, атайҙары яуҙа булған балаларға, тормош иптәштәре махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәргә ниндәй теләктәр әйтерһегеҙ?

– Иң мөһиме, сабырлыҡ кәрәк. Нисек кенә ауыр булмаһын, түҙергә инде. Яуҙа йөрөгән яҡындарыбыҙҙы яҡшы хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырайыҡ. Бар балаларҙың да атайлы булып үҫеүҙәрен теләйем. Ә беҙ, әсәйҙәр, үҙебеҙҙе ҡулға алып, бар нәмәне һалҡын ҡанлылыҡ менән ҡабул итеп, тынысыраҡ булһаҡ, балаларыбыҙға ла еңелерәк булыр. Еңеүгә ышанайыҡ. Алла бирһә, был көндәр тиҙҙерәк килеп етергә яҙһын!

– Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, Алла бирһә!

 

В деревне Каратал Баймакского района живёт прекрасная семья МурзабулатовыхСупруги живут душа в душу, растят трёх сыновей. В доме Мурзабулатовых идеальный порядок, чистота. Все находится на своем месте, комнаты обустроены со вкусом. В самой большой комнате висит колыбель. В наше время это настоящая редкость. Колыбель придавала дому какую-то таинственность, а в самом доме было тепло и уютно. Когда я вошла в дом, хозяйка Гуллира Салаватовна со своими свекровью Айгуль апай и золовкой Алсу пили чай. В их семье воспитывается трое детей. А глава семьи с позывным «Башкир» находится в зоне СВО, где с честью и достоинством защищает интересы нашей родины и стоит на страже мира на земле.  За отвагу и смелость боец награжден медалью «За боевые заслуги».

Сегодня мы предлагаем вам нашу беседу с радушной домохозяйкой этого дома. Во время нашего разговора к нам присоединились и ее гости.

– В вашем доме видно, что у хозяина золотые руки. Гуллира Салаватовна, расскажите нам о своей семье.

– Спасибо. Да, действительно, руки у моего супруга золотые. Нет таких дел, которые он не смог бы преодолеть. Слава Аллаху, мы живем в своем построенном доме. Все было хорошо, жили мирно и счастливо, но с началом СВО всё изменилось. Мой супруг добровольно ушел защищать интересы родины. Конечно, это решение было принято всей семьей. Испокон веков принято, что мужчина должен защищать свою родину. Сейчас мы желаем лишь одного, чтобы он поскорее вернулся домой живым и невредимым. С мужем я познакомилась на свадьбе своей сестры. Сестра тоже вышла замуж и живет в этой деревне. В то время я работала в Уфе товароведом. Меня позвали домой, чтобы помочь с приготовлениями к свадьбе. Свадьбу сыграли отличную. Там-то мы и  увидели друг друга, ну и влюбились с первого взгляда. Мы подружились и начали встречаться. Он тоже приехал в Уфу и устроился на работу. Через год мы поженились. Позже мы вернулись в дом свекра и свекрови и прожили с ними в ладу и согласии 5 месяцев. Муж мой вначале приготовил все материалы для строительства дома, а потом сам же и построил его. Слава Аллаху, мне очень повезло с ним, я счастлива!  Наши сыновья – плоды нашей любви. Старший сын Тимур окончил

7 класс Караталовской школы, среднему – Ильсуру 6 лет, а самому маленькому всего полтора года.

Мой супруг очень трудолюбивый, старательный человек. Он встает спозаранку и успевает сделать все дела по дому. Даже старается помочь мне на кухне, с легкостью может испечь что-нибудь вкусненькое. Без него в хозяйстве тяжело, не хватает мужского плеча. Приехав в десятидневный отпуск, он не сидел, сложа руки.  Починил, отремонтировал все необходимое и привел в порядок весь наш дом. Он без дела не упускает ни минуты. Сыновей воспитывает так же. Во время его отсутствия, мальчишки мне помогают во всем, вся мужская посильная работа на их плечах. Особенно Ильсур очень похож на отца, любит порядок и чистоту. Он отвечает за чистоту дома, поэтому у нас всегда порядок. Ильсур пылесосит, Тимур моет полы.

– В вашем доме имеется колыбель. Это сейчас такая редкость.

– Да, сейчас в домах колыбель увидишь не часто. Наш Артур спит только там. Ему это очень нравится. Захочет спать, бежит к ней…

– Помогают старшие братья с младшим?

– Конечно, они – мои большие помощники. Еще бескрайне благодарна  свекру и свекрови. Свекровь постоянно выручает меня, помогает во всем, сидит с детьми, когда я отлучаюсь по делам. Как хорошо, что они рядом. Невозможно не оценить  помощь и моих родителей. Они приезжают к нам с деревни Верхний Яикбай. Всем благодарна, и желаю только здоровья.

– Вы счастливая. Рядом с вами такая свекровь! Сразу видны ваши близкие семейные отношения. Айгуль-апай, расскажите каким был ваш сын в детстве?

– Сын наш с детства был трудолюбивым и упорным. Их отец был человеком требовательным с твердым характером. Поэтому он выполнял все его дела и поручения. Сама работала дояркой и ранним утром уходила на работу. Сын с сестрой Алсу занимались хозяйством и к моему приходу успевали все делать. Их детство прошло в работе, они никогда не слонялись по улицам просто так. Но мальчишка есть мальчишка.  Если сын где-то провинился, то отец безоговорочно стриг его наголо. Такое случалось пару раз. После «стрижки» у него не было ни времени, ни желания на прогулки по улицам. Служил он в Дагестане. Мы получили Благодарственное письмо от его командования за проявленную отвагу. Он никогда не боялся, был смелым и отважным, старательным во всех начинаниях.  И сейчас он выполняет свой долг с честью и достоинством.  Внуки наши тоже понимают, что защита родины, прежде всего, ложится на плечи мужчин. В этом большая заслуга моего сына, они со снохой  воспитывают детей на своем примере.

– Алсу, в детстве ты присматривала за братиком? Как вы проводили время?

– У нас получилось наоборот, хоть я и старше его, но присматривал за мной он, защищал. Росли мы очень дружно. Все дела по дому делали вместе. Ранним утром пололи картошку. Вместе занимались спортом. Я всегда брала с него пример. Вы же сами видите, какое у них хозяйство. Тут необходимо упорство и труд. Во дворе есть спортивная площадка для детей. Брат все сделал сам. Чтобы дети не сидели дома, уткнувшись в телефоны, он приобрел старшему сыну мопед, среднему – велосипед. Ведь свежий воздух очень важен и нужен детям.

– Гуллира Салаватовна, в сельской местности без скотины никак. Как вы успеваете?

– Да, согласна. В хозяйстве у нас только лошади. Супруг мой до отъезда успел все приготовить: заготовил сено, запасся овсом. Сено мы косим своим трактором.

– Огород у вас большой. Здесь тоже нужны руки. Дети помогают?

– Наш Ильсур  любит огурцы. Поэтому за полив с большим удовольствием он отвечает сам. Он – очень внимательный ребенок. У него должно быть всё как у отца – везде порядок. По другому  – никак, ведь он всегда проводил время с ним и учился всему у отца. И сейчас, если где-то  что-то лежит не так или находится не на своем месте, он делает замечание и тут же сам все устраняет.

 – Гуллира Салаватовна, чтобы вы пожелали семьям, проводивших своих отцов, мужей на СВО?

– Самое главное – это терпение. Как бы не было тяжело, нужно уметь проявлять стойкость. Мы должны радовать своих бойцов только хорошими новостями. Желаю, чтобы все дети росли в полной семье. А нам, женам, нужно взять себя в руки и научиться  самообладанию, хладнокровно принимать любую информацию из поле боя. Тем самым будет легче нашим детям. Нужно верить в победу. Дай Аллах, чтобы эти дни наступили поскорее.

– Пусть ваши желания сбудутся!

 

Зухра ХАКИМОВА - Зөһрә ХӘКИМОВА әңгәмәләште.

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.

«Атайыбыҙ имен-һау ҡайтһын», – ти Тимур менән Илсур Мырҙабулатовтар / «Ждем нашего отца живым и здоровым»,– говорят Тимур и Ильсур Мурзабулатовы
«Атайыбыҙ имен-һау ҡайтһын», – ти Тимур менән Илсур Мырҙабулатовтар / «Ждем нашего отца живым и здоровым»,– говорят Тимур и Ильсур Мурзабулатовы
«Атайыбыҙ имен-һау ҡайтһын», – ти Тимур менән Илсур Мырҙабулатовтар / «Ждем нашего отца живым и здоровым»,– говорят Тимур и Ильсур Мурзабулатовы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: