+12 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

“Спарта” позывнойлы яугир / Боец с позывным «Спарта»

Сибай ҡалаһында йәшәгән Новиковтар ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуялар. Улар менән мин дә яҡындан таныштым. Семью Новиковых, проживающих в Сибае, ставят многим в пример. Я тоже познакомилась с ними поближе. 

“Спарта” позывнойлы яугир / Боец с позывным «Спарта»
“Спарта” позывнойлы яугир / Боец с позывным «Спарта»

Был ғаиләлә бөтәһе лә спорт менән дуҫ. Хатта үҙҙәренең тренажёр  залы ла бар. Бергәләп спорт ярыштарында ҡатнашалар. Барыһы ла туризм менән ҡыҙыҡһына. Ғаилә башлығы Сергей Павлович бала саҡтан спорт ярата бит, унан өлгө алалар.

–  Ҡатыным Надежда менән балаларыбыҙҙың спорт менән дуҫ булыуҙарына ҡыуанабыҙ. Улар – ҡыйыуҙар, көслөләр, сыҙамлылар. Шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти Сергей Новиков.

Өлкән улдары Иванға – 30 йәш.  Хәҙер уның да үҙ ғаиләһе бар. Ә  Павел ҡалалағы  9-сы  лицейҙа белем ала. Көндәлектәрен гел “бишле”ләр биҙәй. Тиҙҙән VII синыфҡа уҡырға барасаҡ. Эйе, ике улдары ла ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына тора. Улар өсөн  бигерәк тә Сергей Павлович ғорурлыҡ кисерәлер әле. Үҙенә ышаныслы алмаш бар.

Ә хужа үҙе,  илебеҙ тыныслығын һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан. Әйткәндәй,  Сергей Павловичтың ике олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. “Спарта” позывнойлы яугир-прапорщик үҙ теләгн менән МХО-ла бер йыл була. Яуҙың алғы һыҙығында һуғыша.   Алыштарҙың береһендә бик ҡаты  яралана... Төрлө хәрби госпиталдә дауаланғандан һуң  тыуған яғына ҡайтып төшә. Хәҙер уның күкрәген ”Махсус  хәрби операцияла ҡатнашҡаны өсөн”, “Шайморатов генерал” миҙалдары, “Барс” һәм “Донбасс берҙәмлеге ирекмәндәре” билдәләре биҙәй.

Сергей Павлович ҡайтҡас та оҙаҡ дауалана әле. Ныҡлап аяҡҡа баҫҡас,  Сибайҙа төп эшен дауам итергә була. Ул ҡалала "Спарта" фитнес үҙәген етәкләй.

– Үҙебеҙ асҡан тренажер залына – 10 йыл булды инде, ти ул.  –  Улым Иван  тренерлыҡҡа махсус белем алғас,  инструктор булып эшләй, кәләше, киленебеҙ Елена  – фитнес белгесе. Бәләкәй улыбыҙ Павел  6 йәшенән ушу секцияһына йөрөй. Унан ҡайтҡас, әсәһе менән йога күнекмәһен дә үтә. Ҡатыным Надежда Юрьевна аэробика төркөмөнә йөрөүселәр менән шөғөлләнә. Бына шундай эштәр башҡарабыҙ.  Ғаиләбеҙ менән спорт яратабыҙ.

– Улдарығыҙҙы тәрбиәләгәндә етди талаптар ҡуйҙығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһындым атай кешенән.

– Тәртиплелек тыйнаҡлылыҡ тәрбиәләй бит.  Спорт та  тәртип ярата, сәләмәт тормош алып барыуҙы рәткә һала. Спортты үҙ иткән кеше  сынығып, көслө булып үҫә.  Ул тормош ауырлыҡтары алдында юғалып, ҡаушап ҡалмай. Әлбиттә, улдарыма ла бик ҡаты талаптар ҡуйып тәрбиәләнем  һәм әле лә дауам итәм. Иң мөһиме, бәләкәйҙән ғәҙел, көслө, үҙ аллы булып үҫергә өйрәттем. Аллаға шөкөр, улдарым менән ғорурланам, – ти Сергей Павлович.

Ул,  яугир булараҡ, йәштәргә әйтер теләктәрен дә еткерҙе.

– Уҡыусыларға әйтер һүҙем: Тырышып уҡығыҙ, төплө белем алығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, үҙегеҙҙе сыныҡтырығыҙ, бөгөндән оло тормошҡа әҙерләгеҙ. Белеп тораһығыҙ, хәҙер – технологиялар һуғышы мәле. Яуҙа бер секундтан  эргәлә снаряд килеп төшөүе бар. Ундай саҡта кеше ҡасып та, йәшеренеп тә ҡотола алмай бит инде... Шуға бар яҡтан әҙер, сынығып һәм белемле булып үҫеү бик мөһим. Әлбиттә, башҡаса бындай һуғыштар ҡабатланмаһын, Аллам һаҡлаһын!

Ә яуҙағы һалдаттарға балаларынан тик яҡшы хәбәр алыуҙы бер нәмәгә лә алмаштырып булмай. Шуға тәртипле булырға тырышығыҙ. Спортҡа килгәндә, ҡасан шөғөлләнә башлаһағыҙ ҙа була. Тик теләк кенә кәрәк. Ә бит Тыуған илебеҙҙе һаҡлау  бурысы – көслө ихтыярлы ир-аттар ҡулында. Үҙенең мөмкинлектәрен белгән көслө ихтыярлы, ныҡышмал егеттәр өсөн был ҡурҡыныс түгел ул. Тимәк, был сифатты бала саҡтан сыныҡтырырға кәрәк, тип уйлайым. Шуға ла телефон һымаҡ әйберҙәр менән үтә мауыҡмай, эштән ҡурҡмай, хеҙмәттә сынығып,  саф һауала күберәк булып, төрлө спорт сараларында ҡатнашыу мөһим.

Ә әсәйҙәргә, апай-һеңлеләргә, ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе көтөгөҙ, сабыр булығыҙ, тип теләр инем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Яуҙағы бар атай-ағайҙар һәм ҡустыларға имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын, Алла бирһә!

Амин, шулай булһын! Беҙ ҙә баш осонда аяҙ күк булһын тип, үҙ ғүмерҙәрен аямаған барлыҡ яугирҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәр белдерәбеҙ!

Продолжение:

В их семье все дружны со спортом. Они регулярно участвуют в различных соревнованиях. Увлекаются туризмом. У них даже есть свой тренажерный зал.  Глава семьи Сергей Павлович с детства любил спорт, поэтому все члены семьи равняются на него и берут  пример.

– Мы с супругой Надеждой очень рады, что наши дети занимаются спортом. Они – смелые, сильные, выносливые. Мы стараемся воспитывать их в таком духе, – рассказывает Сергей Новиков.

Старшему сыну Ивану 30 лет. У него своя семья. А младший сын Павел обучается в городском лицее № 9. Скоро идёт учится в 7 класс. В его дневнике одни «пятерки».

Оба сына – отрада для родителей, они  только радуют их. Сергей Павлович испытывает за сыновей чувство гордости. Они – достойная замена отцу.  Их папа недавно вернулся с поля боя, он принимал участие в СВО, защищал нашу родину от врагов. К слову, оба деда Сергея Павловича участвовали в Великой Отечественной войне. Боец-прапорщик с позывным «Спарта» в СВО участвовал добровольно. Он служил на передовой. И в одном из  боев получил тяжелое ранение…

Он лечился в разных госпиталях страны и, наконец, вернулся на свою родину. Сейчас на его груди красуются медали генерала Шаймуратова и «Участнику специальной военной операции»,   значки «Барс» и «Доброволец Донбасса».

Неугомонный боец в настоящее время продолжает свою любимую работу в родном городе. Он возглавляет городской фитнес-центр «Спарта».

– Нашему тренажерному залу уже 10 лет. Сын Иван отучился на тренера, и работает инструктором, а жена его Елена – фитнес-тренер. Супруга Надежда Юрьевна ведет секцию аэробики. Вот такими мы занимаемся делами. Спорт – это наше всё.

Младший сын с шести лет посещает секцию ушу. После возвращения с занятий он с мамой  занимается  йогой.

– Были ли вы требовательны в воспитании детей?– поинтересовалась я у главы семьи.

– Дисциплина воспитывает человека. Спорт – это, прежде всего, дисциплина. Она помогает вести здоровый образ жизни. Ребенок, любящий спорт, растет сильным и выносливым. Он никогда не падает духом перед жизненными трудностями, не испугается. Конечно, в воспитании я очень требовательный, и сейчас я продолжаю в таком же духе. Самое важное, я их с детства научил быть справедливыми, сильными и самостоятельными. Слава Богу, я могу гордиться своими сыновьями.

 – Вы – человек, вернувшийся с места боя, что пожелаете подрастающему поколению?

– Я желаю всем детям учиться старательно, заниматься спортом, закаляться и с сегодняшнего дня готовить себя к взрослой жизни. Все прекрасно понимают, что война сейчас совершенно другая, используются новейшие технологии. Вот представим, что на поле боя  через секунду может упасть снаряд. В это время человек не успеет ни спастись, ни спрятаться... Поэтому очень важно с малых лет приучать  себя быть готовым ко всему, нужно быть грамотным и закаленным. Пусть не будет больше таких войн, спаси и сохрани Господь!

Бойцам, которые находятся там, нет ничего лучше и приятнее, чем получать добрые вести из дома. Поэтому будьте во всём большими молодцами. Возвращаясь к спорту, помните, никогда не поздно начать здоровый образ жизни. Нужно лишь желание. Защита Родины ложится на плечи волевых мужчин. Для цепких и настойчивых парней, верящих в собственные силы, это не страшно. Поэтому, я думаю, что эти качества нужно воспитывать в себе с детства. Не нужно увлекаться телефоном, а, напротив, нужно не бояться любой работы и трудиться, быть больше на свежем воздухе и заниматься спортом.

А матерям, женам, нашим дорогим женщинам, я бы пожелал терпения. Победа будет на нашей стороне! Пусть все отцы и мужья, братья вернутся домой живыми! Аминь, пусть будет так! Мы безмерно благодарны всем бойцам, которые защищают интересы России и дарят нам мирное небо над головой!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА,

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.

“Спарта” позывнойлы яугир / Боец с позывным «Спарта»
“Спарта” позывнойлы яугир / Боец с позывным «Спарта»
“Спарта” позывнойлы яугир / Боец с позывным «Спарта»
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: