+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Айсулпан һыйыр һауырға өйрәнә

Ейәнсура районы Сәғит мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Айсулпан Тоҡомбәтованы ҡыҙыҡлы вайндары аша беләһегеҙ инде. Әле ул нисек беренсе тапҡыр һыйыр һауып ҡарауы тураһында видеояҙма тәҡдим итә.

Айсулпан һыйыр һауырға өйрәнә
Айсулпан һыйыр һауырға өйрәнә

Кескәй блогер ҙурайған, уға һыйыр һауырға рөхсәт иткәндәр! Ә был еңел эш түгел: беренсенән, һыйыр уҫал булһа, биҙрәңде тибеп осороуы бар, үҙеңде лә йәлләп тормаҫ. Икенсенән, ҡойроғон да эшкә егеүе бар, иғтибарлы булмаһаң, күҙеңә "сәп" итеп ҡаласаҡ. Тағы елене ҡаты булһа, ҡулыңдың көсө етмәй аптырата. 

Ә Айсулпан булдырыр ул, юғалып ҡала торғандарҙан түгел. 

Әйҙә, әүҙемерәк бул, беҙҙе яңы вайндарың менән ҡыуандырып тор!

Фото һәм видео Айсулпандың сәхифәһенән. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: