+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп дуҫлығы

Улар бәләкәйҙән таныш ине: ата-әсәләре бер мәктәптә уҡыған. Тик борсаҡтары баштан уҡ бешмәне.

Мәктәп дуҫлығы
Мәктәп дуҫлығы

Һирәк-мирәк кенә күрешкән мәлдәрҙә Дания менән Айҙар һөйләшмәй ҙә ине тиерлек. Тик яҙмыш үҙенсә хәл итә икән.
Туғыҙынсы синыфҡа күсер алдынан ата-әсәһе Данияға уҡыған мәктәбен алмаштырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Яҡындағы гимназияға алдан уҡ бирергә теләгәйне улар ҡыҙҙарын, тик тәүҙәрәк килеп сыҡманы. Иң ҡыҙығы – Айҙар ҙа шул уҡыу йортонда белем ала ине һәм... ҡыҙ уның менән бер синыфҡа эләкте. Хатта бер парта артына ултыртып ҡуйҙылар!
Дания синыфташ ҡыҙҙар менән тиҙ дуҫлашып китте. Ә бына Айҙар менән, «Сәләм», «Пока» тигән һүҙҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, арлашмай ҙа ине. Тик бер көндө барыһы ла үҙгәрҙе. Алгебранан контроль эш ваҡытында ҡыҙ һуңғы мәсьәләне сисә алмай бер булды. Төшөнкөлөккә бирелә башлағайны инде – яҡшы баһанан ҡолаҡ ҡаға бит. Уйламағанда Айҙар ярҙам тәҡдим итте һәм улар контроль эштән икеһе лә «бишле» алды. Дания шул мәлдән егеткә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була икәнен аңланы. Аҡыллы, аралашыусан ғына икән дәһә!
Тиҙҙән 8 Март байрамы етте. Ул көндө Айҙар оялып ҡына гөлләмә бүләк итте һәм дуҫлашырға тәҡдим яһаны. Бүләкте алды Дания, ә егеткә яуапты бер нисә көн уйлағас ҡына бирҙе. Ул риза булды.
Был тарихта иң ҡыуанғаны йәш парҙың ата-әсәләре булғандыр. Мәктәп дуҫлығы балаларында ла дауам итте бит. Егет менән ҡыҙ бергәләп дәрес әҙерләй, киноға йөрөй башланы.
Айҙар баш ҡалала студент булып киткәс, Данияға, әлбиттә, ныҡ ҡыйын булды. Финанс мөмкинлектәре арҡаһында теләгән университетына шунда уҡ керә алманы шул. Телефондан көнө-төнө аралашып тор­ҙолар. Ә шулай ҙа һөйгәне янына ҡыҙ бер йылдан килде – теләгән факультетына алынды. Әле лә бергәләр Айҙар менән Дания. Һәм бәхетлеләр.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: