+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҡса алһаң – һанап ал

Аҡса ҡасан барлыҡҡа килгән? Рупия менән ҡайҙа иҫәпләшәләр? Факил Мырҙаҡаев ағайығыҙ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт әҙерләгән.

Аҡса алһаң – һанап ал
Аҡса алһаң – һанап ал

Аҡсаның ҡасан барлыҡҡа килгәне билдәһеҙ. Борон аҡса сифатында төрлө тауарҙар ҡулланылған. Океания утрау­ҙарында һәм Американың ҡай­һы бер ҡәбиләләрендә ҡабырсаҡтар һәм ынйы файҙаланыл­ған. Яңы Зеландияла – уртаһы тишек таштар, күпселек илдәр­ҙә – мал, тире, тоҙ, һуңғараҡ төрлө металл киҫәктәре ҡуллана башлағандар. Башта был көнкүреш әйберҙәре булғандыр, моғайын. Ә һуңыраҡ ҡойолған тәңкәләр күренә башлай. Улар­ҙы һаҡлау, йөрөтөү, бүлеү уңайлы булғанлыҡтан, бик тиҙ таралып киткән.
Капитализмға тиклем баҡыр, бронза, көмөш файҙаланылған, ҡайһы бер илдәрҙә генә алтын булған. Тәүге ҡағыҙ аҡсалар Ҡытайҙа беҙҙең эраның 910 йылында сығарылған. Рәсәйҙә тәүге ҡағыҙ аҡса 1769 йылда Екатерина II осоронда булдырылған.
Хәҙер һәр илдең үҙ аҡсаһы бар. Рәсәйҙә ул – һум (тәңкә), тин. Евросоюзға ингән Германия, Франция, Италия, Испания, Нидерландтар, Австрия, Бельгия, Греция, Кипр, Латвия, Литва, Финляндия, Эстония һәм башҡа илдәрҙә евро, евроцент файҙаланыла. АҠШ, Канада, Австралия, Багам утрауҙары, Белиз, Бруней, Гонконг, Доминика, Зимбабве, Намибия, Яңы Зеландия, Сингапур, Эквадор, Ямайка һәм баш­ҡа илдәрҙә доллар, цент менән иҫәпләшәләр.
Башҡа илдәрҙә аҡса берәмеген нисек йөрөтәләр икән? Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
Афгани, пул – Афғанстан.
Боливиано, сентаво – Боливия.
Быр, цент – Эфиопия.
Вона, чон – Корея.
Даласи, бутут – Гамбия.
Динар, сантим – Алжир.
Динар, фильс – Бахрейн, Ирак, Кувейт.
Дирхам, филс – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре.
Донг, хао – Вьетнам.
Драм, лума – Әрмәнстан.
Злотый, грош – Польша.
Иена, сэн – Япония.
Кванза, сентимо – Ангола.
Квача, нгве – Замбия.
Кетцаль, сентаво – Гватемала.
Кип, ат – Лаос.
Крона, геллер – Чехия.
Крона, эре – Дания.
Лари, тетри – Грузия.
Лев, скотинка – Болгария.
Лей, бань – Молдавия, Румыния.
Лек, киндарка – Албания.
Лемпира, сентаво – Гондурас.
Лира, куруш – Төркиә.
Манат, тенеси – Төркмәнстан.
Песо, сентаво – Мексика, Аргентина, Доминикан Республикаһы, Куба.
Реал, сентаво – Бразилия.
Рупия, пайса – Һиндостан, Пакистан.
Седи, песева – Гана.
Соль, сентимо – Перу.
Сом, тыйын – Ҡырғыҙстан.
Сомони, дирам – Тажикстан.
Сум, тийин – Үзбәкстан.
Така, пайса – Бангладеш.
Тенге, тиын – Ҡаҙағстан.
Тугрик, мунгу – Монголия.
Форинт, филлер – Венгрия.
Франк, сантим – Швейцария, Габон.
Фунд, пиастр – Египет.
Фунд стерлинг, пенс – Бөйөк Британия.
Шекель, агора – Израиль.
Юань, фын – Ҡытай.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: