+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әйҙәгеҙ "Байтус" уйнарға!

Сираттағы мәртәбә күңелле балалығыма бер аҙ сәйәхәт яһамаҡсымын. «Байтус» уйыны хаҡында бөгөнгө һүҙем. Байтус тип уйындағы көтөүсене әйтәләр.

Әйҙәгеҙ "Байтус" уйнарға!
Әйҙәгеҙ "Байтус" уйнарға!

Беҙ уны малайҙар уйыны тип һанай торғайныҡ, сөнки ул саҡтағы ҡыҙҙарҙың үҙ шөғөлдәре бар ине (йорт ихатаһында табылған сынаяҡ ярсыҡтарын һауыт-һаба итеп, балсыҡтан бәлеш, башҡа тәм-том «бешереү», түңәрәктә «Аҡ ҡалас» уйнау…).
Ә беҙ, уҡ-ян менән «ҡоралланған» бер төркөм малай, ауылдан ситкәрәк берәй иркенерәк яланға барып, шунда уйнауҙы хуп күрҙек. Һәр беребеҙҙә – талдан яһал­ған йәйә (беҙ уны «ян» тип йөрөттөк), унлаған ҡалай башаҡлы уҡ. Уйнағанда буталмаҫ өсөн һәр кемебеҙ уҡтарын үҙенсә буяп, билдәләп ала. Атҡан уғыбыҙ берәй таҡтаға тейһә, кире ҡаҡлыҡмаҫлыҡ, йәғни сәнселеп торорлоҡ итеп башаҡтарҙы игәү менән үткерләп ала торғайныҡ. Ялан уртаһында берәй йомшағыраҡ сәп табып алабыҙ (ғәҙәттә, кипкән һыйыр тиҙәген һайлайбыҙ). Илле метрҙай араға алыҫая биреп, сәпкә уҡтарыбыҙҙы сойорғотабыҙ. Оҫта ҡуллыраҡтарҙың (ғәҙәттә, ҙурыраҡ малайҙарҙың) уғы тура барып тейә, ҡалғандарҙыҡы ситкәрәк сәнселә. Кемдең уғы сәптән иң алыҫҡа китә, шул байтус була.
Хәҙер инде был көтөүсе үҙенең уғын алып, хәленән килгәнсә алыҫҡараҡ атып ебәрә. Ҡалғандарыбыҙ ҙа уҡтарыбыҙҙы осорабыҙ. улар көтөүсенең уғына мөмкин тиклем яҡыныраҡ төшөргә тейеш. Ә инде киләһе этап – көтөүсе өсөн иң күңел­һеҙелер, сөнки һәр кемебеҙ уғыбыҙ төшкән урындан тороп, уныҡына тоҫҡап сиратлап сәпәй башлайбыҙ. Күпселектең уғы, әлбиттә, яҙа китә, әммә… Ҡайһы бер мәргәнерәк малайҙар үҙенең үткер башағы менән көтөүсенең уғын ҡап урталай яра ла ҡуя! Сәпкә берәр мәртәбә генә атыу рөхсәт ителә, малайҙар был ҡағиҙәне яҡшы белә. Күпселек осраҡта көтөүсе һыр бирмәй, уның запас уҡтары ла күп. Әммә бәләкәсерәктәр илап та ебәргеләй ине. Олораҡтар тынысландыра, хатта үҙҙәренең уғын да бүләк иткән саҡтар булды.
Уйын артабан дауам итә. Инде икенсе иптәштең уғы сәпкә әйләнә. Иң мөһиме – беҙ барыбыҙ ҙа тигеҙ, кемебеҙҙелер айырып баһалаусы юҡ. Дәрестә беребеҙ – «бишле», икенсебеҙ «икеле» алһа, бында тигеҙлек һәм иркенлек хөкөм һөрә. Бәғзе берәүҙең уҡыуҙа әллә ни артыҡ күрһәткестәре булмай бит инде, уның ҡарауы, ул мәргәнлек, йүгереү йә һикереү буйынса беренсе булып сыға. Ә тышта шундай саф һауа! Унда-бында йүгереп тиргә батаһың, әммә уйын мауыҡтыр­ғыс, күңелле, өйгә ҡайтҡы ла килмәй. Ошонан да яҡшыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ физик күнекмәнең булыуы мөмкинме?! Атай-әсәй­ҙәр ашар ваҡыт еткәс саҡырып ҡайтара. «Дәресеңде әҙерләргә онотманыңмы?» – тип еңелсә иҫкәртеп тә алалар. Ыш-быш килеп, ярай­һы ғына асығып ҡайтып инәһең. Бөгөнгө ҡайһы бер бала-саға һымаҡ һайланып ултырыу тигән нәмә төшкә лә инеп сыҡмай. Әсәйҙәр һауытҡа нимә һалып бирһә лә йыпырабыҙ ғына, малай!
Хәҙерге балаларҙың күптәре бер мәртәбә лә йәйә тартып атып ҡарамағандыр, моғайын. Был хаҡта уларға һөйләүсе лә һирәк. Уҡ һәм ян яһау өсөн һыу буйында үҫкән йәш тал үҫентеһен әле ул япраҡ яра башламаҫтан алда – март айҙарында киҫеп алыу хәйерлерәк. Ауылдағы олораҡтарға мөрәжәғәт итһәгеҙ, улар һеҙгә ун биш – егерме минут эсендә бындай ҡоралды яһап та бирәсәк. Дүртенсе – бишенсе синыфта уҡыған малайҙар ҙа өйрәнә ала. Уҡ башағын иһә кәнсир ҡалайынан бөгөп яһау еңел. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың милли ҡоралы менән таныш булыу ҡыҙыҡ бит. Теләктәре ҙур булһа, был уйынға ҡыҙҙарҙы ла ҡатнаштырыу кәрәктер, тип һанайым. Борон һыбай елдергән, яуҙарҙа ҡатнашып йөрөгән сая башҡорт ҡыҙҙары әҙ булғанмы ни?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: