0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, исламбайҙар!

Республикала гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Уҡыусылар үҙҙәре өсөн сыҡҡан баҫмаларҙы алдырып уҡып, яңылыҡтары, тәүге ижад емештәре менән уртаҡлашып, яҙышып та торһон ине.

Афарин, исламбайҙар!
Афарин, исламбайҙар!

Бөрйән районы Исламбай мәктәбендә күмәкләп подписка эшләнеләр. Синыфтары менән "Йәншишмә"гә яҙылыусылар бар. Был отошло, дуҫтар! Беренсенән, синыф етәкселәренә редакцияның Почет грамотаһы тапшырыласаҡ, бүләк тә буласаҡ. Икенсенән, күмәкләп отош уйынында ҡатнашып, велосипедлы отоуҙары ла ихтимал. 

Әлбиттә, гәзитте атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар бүләк итеп яҙҙыра. Исламбайҙа ла уҡытыусылар подписка эшләргә тәҡдим иткәс, ҡуш ҡуллап риза булғандар. Афарин! 

V синыфта - алты уҡыусы. Алдағы йылдан һәр береһенең өйөнә "Йәншишмә" килә башлаясаҡ. Әүҙем балалар гәзитте уҡып, үҙҙәре лә яҙышып, һүрәттәрен ебәреп торор әле.

Улар менән танышып та алдыҡ. Етәкселәре - Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы Аллабирҙина. Балалар тырышып уҡый. Нурзидә Аллабирҙина район, республика буйынса шиғыр һөйләүселәр конкурстарында алдынғы урындар ала. Рүзидә Шакирова оҫта ҡуллы булыуы менән айырылып тора. Алһыу Ишбаева олимпиадаларҙа ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Эмилия һәм Гөлназ Хәйбуллиналар ҙа нәфис һүҙ һөйләргә ярата. 

Синыфтағы берҙән-бер малай Тимур Мырҙағолов өсөнсө йыл инде робототехника менән шөғөлләнә. Бәләкәй генә ауыл мәктәбе булһа ла, Исламбай уҡыусылары ошо йүнәлештә республика кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тимур ҙа Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында үткән бәйгеләрҙә уңышҡа өлгәшкән. Етәксеһе Рамазан Ғәлиуллин малайға ҙур өмөт бағлай. 

Бишенселәр мәктәп, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ күренекле яҡташтары, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған шиғри бәйгелә Нурзидә, Эмилия, Тимур I, II, III урындар яулаған. 

"Йәншишмә" - донъяла балалар өсөн башҡортса сығарылған берҙән-бер гәзит. Туған телебеҙҙе һаҡлауға, йәш быуында милли рухты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә ул. Гәзитебеҙ менән күберәк уҡыусыларҙың дуҫлашыуын теләйбеҙ. Яҙышып та торһалар, тағы ла яҡшыраҡ. Ҡәләм тибрәтеп, башҡаларға үҙ фекереңде белдерергә өйрәнеү киләсәгең өсөн бик һәйбәт бит. Ҙурайғас ниндәй генә һөнәр эйәһе булһаң да был һиңә ярҙам ғына итәсәк. 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: