«Мауыҡтырғыс башҡорт теле» исемле яңы түңәрәктә дәрестәр ике төркөм - башланғыс һәм дауам итеп өйрәнеүселәр өсөн үткәреләсәк.
Уҡыу программаһына башҡорт телен өйрәнеү, телмәр һәм актерлыҡ оҫталығын үҫтереү буйынса курстар индерелгән. Шулай уҡ Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтен өйрәнеү планлаштырыла.
«Белемтау» башҡорт этно-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлегенең маҡсаты - баланы камил шәхес итеп тәрбиәләү, уны башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы менән таныштырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
«Белемтау» башҡорт этно-мәҙәни үҙәгендә уҡыу-тәрбиә биреү процесы 2 төркөмдө үҙ эсенә ала:
- башланғыс төркөм (7-18 йәшлек балалар) - яҡынса уҡыу ваҡыты - иң күбе ике йыл;
- дауам итеүсе төркөм (7-18 йәшлек балалар) - яҡынса уҡыу ваҡыты - иң күбе дүрт йыл.
Дәрес төрҙәре:
1. Башҡортса йәнле һөйләү дәрестәре. Башҡорт телен башлап һәм дауам итеп өйрәнеүселәр өсөн аҙнаһына ике тапҡыр.
2. Ижади оҫтахана - телмәр сәнғәте сифатын арттырыу, фекерҙе дөрөҫ еткереү. Дәрестәрҙә телмәр дикцияһы, артикуляция, дөрөҫ тын алыш, интонация, тауыш тембры, телмәр темпы һәм тиҙлеге, логик баҫымдар һәм паузалар, публика алдында сығыш яһау, аңлы телмәр буйынса күнекмәләр ҡаралған.
3. Уҡ-һаҙаҡтан атыу буйынса дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр М. Кәрим исемендәге 150-се ҡала гимназияһының базаһында уҙғарыласаҡ. Педагог - Рәйес Низаметдинов.
Бәйләнеш өсөн: +7 996 102-86-39 (Ғәлиә Ғиләзетдинова).
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ төркөмөнән алынды.