Биш көн барасаҡ медиамәктәптә уҡыусылар журналистар менән осраша, театрҙарға йөрөй, тарихи һәйкәлдәрҙе барып күрә, оҫталыҡ дәрестәре үтә, стенгазеталар эшләй, уйнай... Матбуғат йортона ла килделәр. "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат", "Һәнәк" журналдары редакцияларына инделәр. Балаларға баҫмалар нисек сығыуы хаҡында һөйләнек. Беҙҙең гәзиттең тәүге номерының фотоһүрәтен, тарихыбыҙ һүрәтләнгән стендты бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Матбуғат йорто шау-гөр килеп торҙо.