+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
7 Декабрь 2017, 23:18

Кем ул судья?

Быйыл Башҡортостанда суд системаһы ойошторолоуға – 95 йыл. Суд, хөкөм һүҙе барыбыҙға ла таныш, ә был турала беҙ тағы нимәләр беләбеҙ һуң?

Быйыл Башҡортостанда суд системаһы ойошторолоуға – 95 йыл. Суд, хөкөм һүҙе барыбыҙға ла таныш, ә был турала беҙ тағы нимәләр беләбеҙ һуң?


Бына хөкөм итеү залы. Бер яҡта – дәғүә белдереүсе, икенсеһендә – яуап биреүсе. Аяҡ өҫтө баҫып, судьяны ҡаршылайҙар. Шунан инде һәр ике яҡ уның алдында үҙенең хаҡлы икәнен иҫбат итергә тотона. Сәркәтип протокол алып бара. Хөкөм итеүсе ике яҡты ла иғтибарынан айырмаҫҡа, улар килтергән дәлилдәрҙе, документтарҙы ентекле өйрәнергә, шаһиттарҙы һәм эксперттарҙы тыңларға бурыслы. Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелеп, дәлилдәр килтерелеп бөткәс, судьяға ғәҙел хөкөм сығарырға кәрәк. Үҙенең ҡарарын ул махсус бүлмәлә япа-яңғыҙы, бер кем менән кәңәшләшмәй, ҡанундарға таянып, ныҡлап уйлағандан һуң ғына халыҡҡа еткерә...

Аңлауығыҙса, судья – суд­та иң төп кеше. Закон буйынса хөкөм итә. Уның талаптарын һәм күрһәтмәләрен барыһы ла үтәргә тейеш, хатта илебеҙ Президенты ла. Шуға ла ғәҙел, намыҫлы, тоғро кеше генә судья булырға хоҡуҡлы.

Күптәр судтың төп тәғәйенләнеше – енәйәтселәрҙе язаға тарттырыу, тип уйлай. Ысынында иһә ул ғәйепһеҙ кеше­ләрҙе ғәҙелһеҙ ғәйеп тағыуҙар­ҙан ҡурсалай, хеҙмәт, ғаилә, милек һәм башҡа нәмәләргә ҡағылған дәғүәләрҙе хәл итә.

Ҡайһы ваҡыт суд бокс йә футбол кеүек мауыҡтырғыс ярышты ла хәтерләтеп ебәрә. Сөнки уның барышында, ғәҙәттә, тамашасылар ҙа була. Баҡтиһәң, шаһиттар судта ғәҙеллек мөмкин тиклем күберәк, ҡабул ителгән ҡарар законлы булһын өсөн кәрәк икән. Шуға күрә дәғүәләшеүсе яҡтар үҙҙәренең дөрөҫлөгөн иҫбат итеп, судья алдында асыҡтан-асыҡ ярыша, алыша һымаҡ. Был – беҙҙең Конституция талабы.

Борон был эште батшалар башҡарған. Бөгөнгө суд сис­темаһы 1864 йылда барлыҡҡа килгән. Судья һөнәре еңелдән түгел. Ул әллә күпме закондар­ҙы иҫендә тоторға тейеш, дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн хәлде анализлай белергә, килтерелгән дәлилдәрҙән һығымталар яһау һәләтенә эйә булырға бурыслы. Судья булырға теләгән кеше үҙендә яуаплылыҡ тәрбиәләргә, мәктәптә лә, ғаиләлә лә, дуҫтары араһында ла ғәҙел булырға, үҙ һүҙендә тора белергә тейеш һәм уға юғары уҡыу йортонда юрист һөнәрен үҙләштереү мотлаҡ.

Судья һөнәрен өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин:

1. Мировой судья күберәген граждандар эштәре менән шөғөлләнә. Шулай уҡ иркенән 3 йылға мәхрүм ителгән ваҡ енәйәти эштәрҙе ҡарау ҙа уның иңендә. Бәхәсләшеүсе ике яҡты татыулаштырыуға өмөт булған төрлө дәғүәләрҙе хәл итә. Был һөнәр – иң тарал­ғаны.

2. Район йә федераль судья мировой судья ҡарай алмаған эштәр менән шөғөлләнә.

3. Арбитраж судья – иң дәрәжәлеһе, абруйлыһы. Был һөнәргә эйә булыр өсөн ҡалыпҡа һалынған талаптарҙан тыш, федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, эске эштәр министрлығы, прокуратура, таможня хеҙмәте тикшереүҙәре аша үтергә кәрәк. Уларҙан ыңғай баһа алғас ҡына арбитраж судья булып эшләй алыу мөмкинлеге бирелә.

Судья булыу – бик яуаплы эш, тинек. Әлбиттә, уларға ғына ҡағылмай был һүҙҙәр. Беҙ барыбыҙ ҙа тормошобоҙ, ҡылыҡ-фиғелдәребеҙ өсөн яуаплы, шуға күрә үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы, Конституциябыҙҙы, закондарҙы яҡшы белергә, уларға таянырға тейешбеҙ.

Рида ЗАҺИТОВА, Ленин районы буйынса суд бүлексәһенең мировой судьяһы.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: