+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
20 Декабрь 2018, 16:31

«Яратҡан айыуыма укол һалып үҫтем»

Йәш педиатр монологы

Баш ҡалалағы 3-сө балалар поликлиникаһының 5-се бүлексә педиатры Айҙар Ильяс улы Шафиҡовтың эш сәғәт ваҡыты бөтөүгә табан бара. Шуға ҡарамаҫтан, пациенттары һаман кәмемәй, әсәйҙәрен етәкләп килгән ауырыу балалар һаны күбәйә генә төштө. «Яҙылмағайным, мине ҡабул итерме?» – тип улар араһында борсолоусылар ҙа юҡ түгел. Йәш табип килеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡабул итте, береһен дә, эш ваҡытым үтте, тип кире бороп сығарманы.

Беҙ ҙә уның менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.

Бала саҡ хыялым


Мин үҙем Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуғанмын. Әсәйем ауылдағы фельдшерлыҡ пунктында – фельдшер, атайым МТС-та эшләне. Ағайым Артур, әсәйебеҙҙең юлын һайлап, Оло Ыҡтамаҡта – педиатр. Һеңлем Айгүзәлгә – 15 йәш, мәктәптә уҡый.
Бәләкәй саҡтан уҡ әсәйем янында медпунктта булырға ярата торғайным. Унда барһам, өйҙә уйнарға шприц кеүек әйбер­ҙәр ҙә алып ҡайта инем. Яратҡан ҡыҙыл төҫтәге айыуымды һаман да хәтерләйем. Мин уның ҡайһы еренә генә укол ҡаҙаманым икән, үҙемсә дауалаған да булам. Ял көнөндә өйгә әсәйемә ауыл инәйҙәре килә ине. Уларға ҡуйған системаны ҡый йәшнигенән алып, күрһәтмәй генә уйнап үҫтем. Ә дуҫ малайҙар килһә, уйын бөтөнләй башҡасараҡ. Барыһын да йәшерә һалам да машина менән мәж киләбеҙ. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуы булмағас, табип булып уйнап булмай инде.
Мәктәптә «өслө»һөҙ генә уҡыным. Биология, математика, физика ныҡ оҡшай торғайны, химияны бигүк белеп еткермәнем. Башҡорт әҙәбиәте, урыҫ әҙәбиәтен ныҡлап уҡымағанға әле бер аҙ үкенеп тә ҡуям. Хәҙер ҡараһам, улар бик ҡыҙыҡ һымаҡ күренә.
Уҡыусы саҡта медицина буйынса ныҡ барғы килә ине. Шуға ун беренсе синыфты тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетына юлландым.

Ни өсөн педиатр һөнәрен һайланым?


Педиатрия бүлегендә төп иғтибар балалар ауырыуҙарына яһала. Уны тамамлаһаң, өлкәндәр һәм балалар өсөн дә табип була алаһың, тип маҡтағастар, ошо юлдан китергә булдым. Ә терапияла ғына уҡығандар балалар менән эшләй алмай икән.
Әлбиттә, тәүге өс йылда уҡыуы бигүк еңелдән булманы. Шулай ҙа һынатмаҫҡа тырыштым. Университеттың алтынсы курсын тамамлағас, беҙгә беренселәрҙән булып аккредитация үтеү өҫтәлде. Унда үҙен һынатмағандарға педиатр булып эшләү мөмкинлеге лә бирелде. Ә быға тиклем интернатура бөтмәйенсә табип булып урынлашып булмай ине.
Беҙгә был һынауҙы икенсе университеттарҙан килгән белгестәр алдында үтергә тура килде. Микрофон менән инәбеҙ ҙә эргәбеҙҙә ултырған ауырыу кешегә дөрөҫ диагноз ҡуйырға тейешбеҙ. Төрлө һорауҙар бирәләр. Нисек тиҙ ярҙам күр­һәтергә, инсульт булғанда нимә эшләргә – барыһын да белеү мотлаҡ.

Иң ҙур ҡыуаныс – рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү


Көнөнә 30-ға яҡын баланы ҡабул итәбеҙ. Күбеһенсә киҫкен респиратор ауырыуы, вирус инфекцияһы, бронхит, баш ауыртыуы менән киләләр. Гастрология, кардиология, урология, лор йүнәлештәре буйынса мөрәжәғәт иткәндәргә база препараттарын яҙып, анализдар үткәреп, тар йүнәлешле белгестәргә ебәрәбеҙ. Ауырыу балаға дарыуҙар билдәләп, күпмелер ваҡыттан һуң ул һауығып, ата-әсәһенән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – ҡыуаныс. Тағы ла дәртләнеберәк эшләй башлайһың.
Ауырыуҙар араһында яҙылып килгәндәре лә, яҙылмағандары ла етерлек. Шуға ҡарамаҫтан, барыһын да ҡабул итергә, медицина ярҙамы күрһәтергә бурыслыбыҙ. Ҡыш көнө ауырыу балалар күп булыу сәбәпле, эштә 1 – 1,5 сәғәткә тотҡарла­нырға ла тура килә.
Ҡабул итеү тамамланғас та беҙҙең эш көнө бөтмәй әле. Өйгә саҡырыуҙарға йөрөйбөҙ. Улар ҙа күп кенә, 15 – 20-гә етә. Ҡайһы ваҡыт алдауҙары ғына күңелде төшөрә. «Баламдың температураһы – 38 – 39, йүткерә, ҡоҫа, эсе китә», тиҙәр. Киләһең, сабый йүгереп, уйнап йөрөй, тыныс ултыра. Бәлки, был ваҡытта икенсе берәү тиҙ арала ярҙамға мохтаждыр. Был хаҡта уйламайҙар.

Баланы сыныҡтырыу өсөн кәңәштәрем
Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаларына иммунитетты күтәреүсе препараттар эсерергә яратыусан. Уларға һәйбәт реклама яһалһа ла, файҙаһы иҫбат ителмәгән. Ә бына витаминдарҙы бирергә була.
Баланы сыныҡтырыу юлдары бик күп. Мин үҙем ваннала ҡойонорға кәңәш итәм. 37 – 38 градус эҫелектәге һыуҙан башлар­ға ла көн һайын 1 градусҡа кәметә барырға кәрәк. Ике генә ғаилә тыңлап, быны эшләп ҡараны. Әлегә ауырып, мөрәжәғәт иткәндәре юҡ. Ҡышҡы ваҡытта бүлмә тем­ператураһын һаҡлау бик мөһим. Ул 21 – 22 градустан эҫе булмаһын. Шунан юғарыраҡ икән, тын алыу юлдарын ҡорота. Тәҙрәнең форточкаһын асыу ғына етмәй, һауа дымланһын өсөн батарейкаларға еүеш таҫтамалдар элеү ҙә бик яҡшы булыр.
Оҙаҡламай Яңы йыл етә. Ҡабан йылын барығыҙға ла ауырымай, һау-сәләмәт кенә ҡаршыларға яҙһын. Табип булырға теләүсе балалар ҡуйған маҡсаттарына ынтылһындар, бер ниндәй ауырлыҡтарҙан да ҡурҡып ҡалмаһындар.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА яҙып алды.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: