-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
7 Февраль 2020, 14:05

Матурлыҡ донъяһына бында һуҡмаҡ һалына

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр бит. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында ижади эштәрҙе яҡлау сараһында булыу бәхетенә ирешкәс, ошо һүҙҙәр тағы ла иҫемә төштө. Тирә-яғыбыҙҙың күркәмлеген, кешеләрҙең бөйөклөгөн сағылдырған картиналар, бюстарҙы бөгөндән үк күргәҙмәләргә сығарырға була. Һынлы сәнғәт фәне буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Любовь Рафаэль ҡыҙы Мәжитова етәкселегендәге баһалама төркөмө ағзалары ла шундай фекерҙә. Быйыл да ун беренсе синыфтарҙың ижади эштәрен яҡлау көнө матур бер байрамға әүерелде.


– Гимназияла үткәрелгән был тантаналы сара матурлыҡ байрамы ла, шул уҡ ваҡытта сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн етди ижади һынау ҙа һанала. Уҡыу йылдарында улар беҙҙе төрлө проекттары менән һөйөндөрөп торҙо. Йыл һайын ижади эштәрҙе яҡлау көнөндә, барыһы ла эшләнеп бөткән кеүек, ә икенсе йылға тағы ла нимә ҡалыр икән, тип уйлайһың. Алдағы йыл еткәс, уҡыусыларыбыҙ барыбер нимәлер уйлап табып, беҙҙе ҡыуандыра. Был юлы ла ҡыҙҙар һәм егеттәрҙән яңы жанрҙар, алымдар, буяуҙар полиграфияһы, хыялдар төрлөлөгө көтәбеҙ. Матурлыҡ донъяһына сумыу изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡалырға ла булышлыҡ итер, – тип сараны асып ебәрҙе гимназия директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡова.

Ысынлап та, ун беренсе синыфтарҙың һәр бер ижади проекты ҡабатланмаҫ, күпме күҙ нуры, йөрәк йылыһы һалып эшләнгәне тойола ине. Уларға ҡарап, һис һоҡланмай мөмкин түгел. Эх, нишләп мин дә, улар кеүек, донъяның матурлығын шулай оҫта итеп рәсемгә төшөрә белмәйем икән, тип эстән генә уйлап, бер аҙ көнләшеп тә ҡуяһың. Ижади яҡтан һәләтле балаларҙың эштәре менән танышып сыҡҡас, интернат-гимназияла ысын-ысынында киләсәген рәссам, һынсы, дизайнер кеүек һөнәрҙәр менән бәйләргә теләүселәр йыйылғанын аңлай­һың.

Үҙ проекттарын яҡлаусылар араһында Миләүшә Мөхәмәтова «Яулыҡтар магазинында» тип аталған эше менән сығыш яһаны. Ул Наил Сөләймәнов етәкселегендә һүрәтен киндер материалында темпера буяуҙары менән төшөргән.

– Бәләкәй сағымда атай-әсәйемдәр менән магазинға барған саҡта яулыҡ һайлаусы матур ҡатынды күреп ҡалғайным. Уның һыны көҙгөлә лә сағыла ине. Ошо күренеш шул хәтлем хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды, – ти ҡыҙ.

Ә Илвир Вәлиев бала саҡтан архитектура менән ҡыҙыға. Тыуып-үҫкән яғы булғанғалыр, уға Өфөнөң төньяҡ өлөшө айырыу­са бик яҡын.

– Эшемдә XX быуаттың ҡабатланмаҫ һәйкәлдәрен һүрәтләнем. Уны халыҡта «Һигеҙ ҡатлы йорттар» («Восьмиэтажка») тип тә йөрөтәләр. Был йортто Ленинград архитекторҙары проект­лау­ҙары билдәле. Эшем графика техникаһында гелле ручка менән эшләнде. Килер быуын тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙың матурлығы һәм бөйөклөгө менән һоҡланһын өсөн беҙ уларҙы һаҡларға тейешбеҙ. Ижади эшемде туған гимна­зиямды, эш урындары ин­терьер­ҙарын би­ҙәр өсөн ҡулланырға була, – ти егет.

Илвирҙың ижади эшен етәксеһе Гүзәл Гәрәева ла бик маҡтаны.

– Графикала гелле ручка менән төшөрөү – уның яратҡан шөғөлө. Сталин осоро архитектураһының бөйөклөгөн күрһәтә алған. Уның эргәһендә хәҙерге замандағы ҡала тормошоноң ығы-зығыһы ла сағыла, – ти уҡытыусыһы.

Алина Ураева Зимфира Ғәлимова етәкселегендә 78 йәшлек өләсәһенең портретын гуашь менән төшөргән. Йәш рәс­сам уның ял итергә ултырған ғына мәлен кәүҙәләндергән.

– Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, өләсәйем бик хәрәкәтсән, эшһөйәр, бер ҙә буш ултырырға яратмай. Гел үҙенә ҡарап һоҡланам, минең өсөн ул – өлгө. Тормошо еңелдән булмаһа ла, көслө рухлы минең өләсәйем. Бала сағым да уның менән бәйле, – ти ул.

Камила Хәйретдинова үҙенең ижади эшендә 82 йәшлек ҡарт өләсәһе Хәҙисә Арғынбаеваның бюсын яһаған. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан инәй күҙе насар күргәнгә тиклем башҡорт милли кейемдәрен тегә, селтәрҙәр эшләй.

– Этник темаға эш башҡарыр­ға кәрәк булғас, мин күп уйлап та тормай, етәксем Илдус Закировҡа ҡарт өләсәйемде һынландырырға теләүемде белдер­ҙем. Ул минең тормошомда ҙур роль уйнаны, үҙенә бик тә рәхмәтлемен, – ти ҡыҙ.

Камиланың эшен яҡлауын ҡарарға 63 йәшлек Рәмилә өләсәһе, әсәһе Гөлназ менән бергә ҡарт өләсәһе үҙе үк килеп еткәйне. Ул барыһы алдына сығып, бында йыйылыусыларға изге уй-теләктәрен еткерҙе, шундай һоҡланғыс ижади эштәр башҡарған балаларҙы тәрбиәләүсе гимназия коллективына рәхмәтен дә белдерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Тимур Аҫылғужиндың эше бик көнүҙәк ине.

– Мәктәпкә йөрөй башлағас, Шайморатов генералдың кем икәнен, уның яҡташым, сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан булыуын белдем. Батыр тураһында хәтерҙе мәңгеләштерер өсөн уның бюсын эшләргә булдым, – ти егет.

Барлыҡ сығыштар ҙа тыңланып бөткәс, уҡыусыларҙың эштәренә баһалар ҡуйылды. Ун туғыҙ уҡыусының 18-е «бишле» алып ҡыуанһа, берәүһенә генә – «дүртле». Был көндө сығарылыш синыф уҡыусылары эштәре буйынса баһалама төркөмө ағзаларының әйткәндәрен тыңлап, кәңәштәр алһа, жюриҙа ултырыусылар ҙа үҙҙәренә бик күп яңылыҡтар асты.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: