– Светлана Әхәт ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе...
–Мин уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Бала саҡтағы хыялым, атай-әсәйемдеке кеүек, балалар уҡытыу ине. Өйҙә мотлаҡ башҡортса ғына һөйләштек. Урыҫ телендә бирелгән һорауҙар атай-әсәй тарафынан бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалынды. Мәктәпкә уҡырға килгәс тә минең тәүге китабым «Әлифба» булды. Ҡала мөхитендә йәшәп тә үҙ телемде бик яҡшы белеүем өсөн атай-әсәйемә мәңге рәхмәтлемен.
Башҡорт йырҙарын йырларға, шиғыр һөйләргә яраттым. Ҡустым Азат менән ярышып уҡый инек: беҙҙең ҡул аша үтмәгән китап, гәзит-журнал ҡалмағандыр. Туғандарға, байрамдар менән ҡотлап, открыткалар, хаттар яҙа инек. Ғаиләбеҙҙең был матур йолаһы әле лә һаҡлана.
– Мәктәптә һеҙ ниндәйерәк уҡыусы булдығыҙ?
– Урыҫ теле, геометрия, химия, хеҙмәт дәрестәрен яраттым. Урыҫ теленән ҡала олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урындар яулай инем. Хеҙмәт дәрестәрендә бешеренергә, тегенергә өйрәндем.
Мин үҫкәндә магазин кәштәләрендә әлеге кеүек муллыҡ булманы. Атайым миңә «BURDA MODEN» журналы яҙҙыра ине. Ошо баҫманан кейем өлгөләре алып, бөтөн туғандарыма матур-матур кейемдәр тектем. Бынан тыш, уҡығанда бик әүҙем пионер булдым. Синыф командиры, мәктәп музейы экскурсоводы, Пионерҙар һарайында урынлашҡан «Йәш гайдарсы» исемле ҡала штабының ағзаһы булып торҙом. Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн төрлө түңәрәктәр алып барҙым.
Теләк булһа, һәр нәмәгә лә ваҡыт табыла. Гел «бишле» билдәләренә уҡып һәм ҡала буйынса үткәрелгән олимпиадала беренсе урын яулап, VII синыфта Владивостокта урынлашҡан Бөтә Союз «Океан» пионер лагерына юллама менән бүләкләндем. 15 союздаш республиканан килгән тиҫтерҙәрем менән аралашып, Алыҫ Көнсығыштан мәңге хәтерҙә ҡалырҙай яҡшы хәтирәләр алып ҡайттым.
– Табип булырға ҡасаныраҡ хәл иттегеҙ? Бәлки, нәҫелегеҙҙә лә был һөнәр эйәләре барҙыр?
– Үҫмер сағымда уҡ аңлап ҡалдым: табип һөнәрен үҙләштереп кенә яҡындарыма ярҙам итә алам. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Күңелле студент йылдары башланып китте.
Уҡып бөтөп, ҡулыма белгес дипломы алғас та тыуған ҡаламда акушер-гинеколог һөнәре буйынса эшкә урынлаштым. Институттан һуң эшкә тыуған ҡалама – Стәрлетамаҡҡа ҡайттым. 1996 йылда машзавод дауаханаһында акушер-гинеколог, һуңынан ҡабул итеү бүлмәһе, реабилитациялау бүлеге мөдире булдым. Ә 2007 йылдан баш табиптың урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. Бер юлы ғилми эшемде лә ташламаным. Мәскәү ҡалаһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Азат ҡустым мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Ғорурлыҡ менән әйтәм: ҡустым Азат Әхәт улы, оло йөрәкле табип, Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһында кардиология бүлеген етәкләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы инде. Пациенттары уға һәр ваҡыт рәхмәтле.
Әсәйем яғынан күп туғандарым табип һөнәрен үҙләштереп, бик уңышлы эшләп йөрөй. Фән юлынан китеүселәр ҙә бар. Улым Әмир Ҡазан дәүләт медицина университетында уҡый. Арсен мәктәптә IX синыфта белем ала. Улдарым да беҙҙе, ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырып, тормошта үҙ юлдарын табып, Тыуған илебеҙ өсөн файҙалы кешеләр булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
– Ҡыҙҙар, малайҙар кемгәлер оҡшарға теләй, уларҙың ҡылыҡтарын үҙләштерә. Бала саҡта һеҙ кемдәрҙән үрнәк алырға тырыштығыҙ?
– Атай-әсәйем – минең остаздарым. Әсәйем – асыҡ, киң күңелле кеше. Ун бер балалы ғаиләнең иң баш балаһы. Һеңле-ҡустыларына атай-әсәй урынына ҡалып, һәр береһенә йөрәк йылыһын мул өләшә. Тормошта һәр ваҡыт атайымдың тәрән аҡыллы кәңәштәрен тотам. Хоҙай икеһенә лә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер бирһен!
– Донъяны ҡороғорвирус баҫҡанда табиптарҙың эш көнө айырыуса көсөргәнешле үтә...
– Әлеге көндә иң ҡатмарлы участкаға яуаплымын. Сөнки бер юлы ике кешенең ғүмере: балаларҙың имен донъяға килеүе һәм әсәйҙәрҙең һаулығы өсөн көрәшәбеҙ.
Бик ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Донъяны солғап алған тажзәхмәт инфекцияһы бик мәкерле. Ул тиҙ таралыуы, оҙаҡ һаҡланыуы менән бик ҡурҡыныс. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
– Матур теләктәрегеҙ өсөн үҙегеҙгә ҙур рәхмәт, Светлана Әхәт ҡыҙы! Ер йөҙөндәге бөтөн табиптарға һаулыҡ, барлыҡ изге эштәрендә уңыштар юлдаш булһын ине!
Зөбәржәт ЯҠУПОВА әңгәмәләште.