Ул «Башҡортостан пионеры» – хәҙерге «Йәншишмә» гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, 33 йыл ғүмерен Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына бағышлаған үҙ һөнәренең оҫтаһы. Быйыл «Киләсәккә хат яҙам» тип аталған тәүге шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты. Проза әҫәрҙәре лә ижад итә.
– Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы, беҙ совет осоро балалары бит инде, мәктәп йылдарың нисек иҫтә ҡалған?
– Бала сағым бөгөнгөләй күҙ алдымда. Беҙҙең Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылы ул ваҡытта бөтә Рәсәйҙә билдәле булған Пугачёв совхозының үҙәге ине. 60-сы йылдарҙа уҡ ике ҡатлы, үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы, бөтә уңайлыҡтары булған шундай яҡты мәктәп һалдыралар. Уҡыусылар күп ине: дүртәр параллель синыф булды, хәҙер ҡайҙа инде, бер синыфҡа саҡ балалар йыялар. Беҙҙең Салауат Юлаев исемен йөрөткән пионер дружинаһы ла көслө ине. Пионер, комсомол тормошо ҡайнап торҙо. Дружина советы ултырыштары исем өсөн генә үтмәй ине. Унда уҡыу сифатын, насар уҡыусыларҙы тикшерәбеҙ: ни өсөн «икеле» алған, ни өсөн тәртип боҙған, кем дәрестән ҡасып ҡайтҡан? Күрәһең, бына шулай алдынғы уҡыусыларҙың башҡаларға иғтибары ниндәйҙер өлгө биргәндер, йоғонто яһағандыр. Бишенселә уҡығанда бер синыфташымды шефлыҡҡа алғайным, уға математика ауыр бирелә ине. Ярҙам итеүҙе бурысым тип һанағанмын инде. Көн һайын өйөнә барып, дәрес әҙерләшәм. Шунан «дүртле»гә өлгәшә башланы.
– Район, республика сараларында әүҙем ҡатнаша инеңме?
– Эйе, мәктәптә, район кимәлендә бер саранан да ҡалманым, тиергә мөмкин. Йыл һайын 19 майҙа Пионерия көнөнә арналған слёттар, ә комсомолға ингәс, кәңәшмәләр үтә ине. 1981 йылда республика кимәлендә үткән пионерҙар слётында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Райондан өс уҡыусы барҙыҡ. Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ сара булды ул. Ҙур шәхестәр менән осраштыҡ. БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Фәйзулла Солтановтың сығышы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лира Камалова менән осрашыу хәтергә уйылып ҡалды. Миңә тағы Өфө янындағы бер лагерҙа комсомол секретарҙарының республика слётында бар Башҡортостандан йыйылған тиҫтерҙәр менән аралашыу, мәктәп тормошонан яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашыу мөмкинлеге булды.
– Гәзит-журналдар менән дуҫлығығыҙ нимәнән башланды?
– I синыфта уҡығанда атай-әсәйем миңә «Башҡортостан пионеры»н яҙҙырҙы. Баҫманы ҡулға алғас, минең өсөн гәзит килгән, тип шул тиклем аптыраным. Унда балаларҙың мәҡәләләре баҫылған, аҫтына исем-фамилиялары яҙылған бит инде. Хатта 5 – 6 йәшлектәрҙең һүрәттәре бар. Атай-әсәйемдән, нисек улар гәзиттә сыҡҡан ул, бының өсөн Өфөгә барғандармы, тип һорайым, минең дә үҙ исемемде күргем килә, тим. I синыфта уҡ шундай теләк уянды. Эйе, бала саҡта атайым һымаҡ агроном һөнәре, география, тау-таштар менән дә ҡыҙыҡһындым. Әммә журналистика тәүмаҡсат булды. Әйткәндәй, математикаға ла шәп булдым, мәктәпте тамамлағанда «математика һәм әҙәбиәт буйынса юғары уңыштары өсөн» тип яҙылған Маҡтау ҡағыҙы тапшырғайнылар. Уҡытыусым математиканы һайларға кәңәш бирһә лә, журналист булыу теләге еңде.
Әле Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияла уҡыған Әмир улым «XX быуат уҡыусыһы ниндәй гәзит-журнал уҡыған?» тигән темаға проект эше яҙып, I урын алды. Материалдар менән ярҙам иттем, элекке һарғайып бөткән гәзиттәрем дә бар.
Бала саҡта «Башҡортостан пионеры» биргән – «Йәш хәбәрсе», «Ленинец» гәзитендә Йәш журналистар мәктәбен тамамлауым тураһында танытмаларҙы ҡәҙерләп һаҡлайым.
Әсәйемдәр гәзит-журналды күп яҙҙыра торғайны. Хатта бер ваҡыт ғаиләбеҙ матбуғат баҫмаларын алдырыу буйынса районда беренсе урын алды. Үҫә төшкәс, «Журналист» тигән журналды ла яҙҙырҙыҡ, ҡыҙыҡһынып уҡып барҙым, төпләнмәләре һаман һаҡлана.
– Тимәк, журналист булыу – бала саҡ хыялы?
– Эйе. Журналист һөнәрен һайлауым «Башҡортостан пионеры» менән туранан-тура бәйле. Ул беҙҙең өсөн тиҫтерҙәребеҙ менән аралашыу майҙаны ла булды. Бер юлын ҡалдырмай башынан аҙағынаса уҡый инем. Тиҫтерҙәремдең шиғырҙары, һүрәттәре, хикәйәләр, мәҡәләләр – береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай торғайны. Шул тиклем сағыу, матур баҫма булып иҫтә ҡалған. Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүсе, балаларҙы ойоштороусы, өлкән тормошҡа әҙерләүсе ролен дә үтәгән ул. Хәтеремдә, мәктәпкә производство алдынғылары, һауынсылар, игенселәр осрашыуға килә торғайны. Мин шулар тураһында яратҡан гәзитемә яҙып ебәрәм.
«Башҡортостан пионеры» үткәргән ижади конкурстарҙа ихлас ҡатнаштым. Ҡатнашаһың икән, мотлаҡ еңергә тырышаһың, ҡасан мәҡәләм сығыр инде, ҡасан йомғаҡ яһарҙар, тип сәмләнеп көтәһең. Ә еңеүсегә Почёт грамотаһы һәм мотлаҡ берәй яҙыусының автографлы китабы ебәрелә. Уны мәктәптә тантаналы линейкала тапшыралар. Редакцияға рәхмәт: йәш хәбәрселәр менән даими бәйләнеш булдырып, беҙҙе хуплап, йәш хәбәрсе танытмаһы биреп, хатта уҡырға ингәндә лә хәстәрләп торҙолар. Балалар гәзите, ысынлап та, журналистика өсөн буласаҡ кадрҙарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша, тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Әле башҡорт журналистикаһының йөҙө, алдынғы журналистары беҙ, йәш хәбәрселәр, тибеҙ икән, тимәк, гәзит үҙенең кәрәклеген тулыһынса аҡлаған, маҡсатына ирешкән.
– Телевидение журналисы булырмын, тигән уй була торғайнымы?
– Радиоға, «Пионер осҡоно» тапшырыуына ла хәбәрҙәр ебәрә инем, эфирҙа уҡыйҙар ине. Бәләкәйҙән радио тыңларға яраттым. Урыҫса булһа ла, бер һүҙен дә аңламаһам да, тыңлай торғайным. Матур шиғырҙар, йырҙар яңғырағанын күңелем менән тойғанмын инде. 70-се йылдарҙа ауылға телевидение килде. Гәзит үҙе бер мөғжизә, әммә уны ҡулға тотоп уҡып була, ә телевидение бөтөнләй икенсе: көтөп алып ҡына ҡарайһың. Бигерәк тә йәнһүрәттәр, әкиәттәр, балалар өсөн башҡортса «Йәйғор», «Күңелле станциялар» тигән тапшырыуҙар оҡшай ине. Наилә Ғәләүетдинова алып бара. Радио, тележурналист булам, тип уйламаһам да, ынтылыш булғандыр. Гел ҡыҙыҡһындым, тик буй етмәҫлек мөғжизәле бер донъя кеүек күренә торғайны. Киләсәктә ошо өлкәлә эшләйәсәгемде тойомлау булғандыр барыбер. I курсҡа уҡырға ингәс, «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире Сафуан Әлибаевты, хәбәрселәр Рәмил Йәнбәковты, Зөһрә Ҡотлогилдинаны, студенттар Зәки Әлибаев, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева һәм мине телевидениеның балалар өсөн тапшырыуҙар редакцияһы тапшырыуға саҡырҙы. Рим Хәсәнов та килгәйне. Ул «Башҡортостан пионеры» тигән йырын фортепьянола уйнап башҡарғайны. Мин шиғырымды уҡыным.
– Мәскәү дәүләт университетына күсеүегеҙ нисегерәк булды?
– БДУ-ның III курсынан һуң 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетына күсерҙеләр. Ул ваҡытта КПСС Үҙәк Комитетының милли журналистиканы үҫтереү буйынса 1975 йылда сыҡҡан ҡарары бар ине. Шуның буйынса милли республикаларҙан алдынғы студенттарҙы үҙәк юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәрә торғайнылар. БДУ-ға ингәндә үк журналист булыу теләге менән килгәйнем. Бала саҡтан маҡсатыма ирешәм тип, бер йүнәлештә барҙым, уҡыным, яҙыштым. Әйткәндәй, район гәзитенә урыҫса яҙа торғайным. 32-се йыл инде журналистикаға тоғромон. Практиканы «Ленинец» һәм «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә үткәйнем. Әммә уҡып бөткәс, Башҡортостан радиоһына ҡайттым. Шул йылдарҙа радио тура эфирға күсә башланы. Уға тиклем һауа торошо, концерт номерҙары, яңылыҡтар ғына тура эфирҙа уҡыла ине. Рәмис Дәүләтбаев, Ришат Миндиәровтар менән «Даирә» тигән тапшырыу астыҡ. Шулай итеп, тура эфир буйынса пионерҙар булдыҡ. 1995 йылда телевидениела иртәнге тапшырыу булдырыу тураһында һүҙ сыҡҡас, мине шунда саҡырҙылар. Радиола эшләгәндә телевидение хыялыма әйләнә башлағайны, сөнки күреп торам: журналистар радиола тәжрибә туплайҙар ҙа телевидениеға күсәләр. Беҙҙә телевидениеға кадрҙарҙы радио әҙерләй, тигән инаныс та бар. Шулай итеп, «Сәләм» тапшырыуы барлыҡҡа килде. Рубрикаларын, темаларын уйланыҡ. Үҙемде өлгөрөп еткән журналист итеп тойоп, бөтә көсөмдө һалып эшләй башланым.
– Тележурналист булырға хыялланған уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Журналист булырға теләгән үҫмерҙәр бар икән, уларға был маҡсатҡа ирешергә ынтылырға, журналистика тураһында китаптар уҡырға кәрәк. Студенттарға белем бирәм. Хәҙер йәштәрҙең күбеһе радио тыңламай, телевизор ҡарамай, яңылыҡтарҙы интернеттан ғына беләбеҙ, тиҙәр. Был төптө дөрөҫ түгел, сөнки унда мәғлүмәттәр күп, һайлап алыуы ҡатмарлы, ә рәсми каналдар дөрөҫ, тикшерелгән мәғлүмәт бирә. Әлеге ваҡытта нимә тураһында, ниндәй тапшырыуҙар бара, ниндәй билдәле журналистар, хәбәрселәр, дикторҙар эшләй – белергә, уларҙан өйрәнергә. Бөгөнгө телевидение журналисы бер нисә вазифаны башҡара: тексын да яҙа, тапшырыу ҙа алып бара, ҡайһы берҙә теманы ла үҙе эҙләй. Шуға күрә был һөнәргә һәр яҡлап әҙерлек талап ителә: бөтә фәндәрҙән тырышып уҡырға, әҙәбиәтте, тарихты һәйбәт белергә тейешһең.
Беҙҙә яңы эшкә килеүсе йәштәргә, Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы кем, тигән һорау биреү йолаға әйләнгән. Рәсимә Сәғит ҡыҙы Кәримова – ул тәүге дикторыбыҙ. Миңә радиола уның менән бергә эшләп ҡалыу бәхете тейҙе, диктор булып күскәйне. Рәсимә Кәримова шундай юғары мәҙәниәтле, мәғлүмәтле, кешегә ихтирамлы, итәғәтле, баҫалҡы холоҡло, алсаҡ апай булды. Китап уҡырға ярата ине. Эфир араһында гел уҡый, эргәһендәге хеҙмәттәштәренә йөкмәткеһен һөйләп, автор тураһында яңылыҡтарын еткереп ултыра торғайны. Күрәһең, телмәрен шымартып, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә шулай эшләгәндер, тип уйлайым. Тапшырыуҙарҙы ике телдә лә алып бара ине. Милләтебеҙҙең ғорурлығы ул Рәсимә апай.
Бына шулай журналист күп белергә, мәғлүмәтле, мәҙәниәтле булырға тейеш. Микрофон тотоп, интервью алырға йүгерергә сослоҡ, етеҙлек тә талап ителә. Һаулығы ныҡлы, һәр иртәлә үҙен яҡшы тойған кеше булырға тейеш журналист.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы. Тынғыһыҙ эшегеҙҙә һәм ижадығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.