– Вилнур Рафаил улы, ғәҙәттәгесә, һүҙҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ. Һеҙ «Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрсеһе лә бит әле.
– Күркәм Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында донъяға килгәнмен. Беренсе синыфтан уҡ ҡәләмгә тотондом, тиһәм дә шаштырыу булмаҫ. Быҙау артынан туғайға барғайным. Әсәйем урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булғанғамы икән, шиғыр юлдары урыҫ телендә тыуҙы ла ҡуйҙы. Ул кескәй генә әҫәремде һаман иҫләйем мин! Тыуған ауылым хаҡында ине.
Һуңынан иншалар, мәҡәләләр яҙып, гәзиттәргә ебәрә башланым. Тәүге яҙмам «Йәншишмә»лә донъя күрҙе. Тырышҡас, йәш хәбәрсе лә булып киттем. Туғыҙҙан һуң Өфөгә уҡырға килгәс, редакция хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнеш тағы ла нығыны. Айырыуса Хәлиҙә апай Чембарисованың йылы кәңәштәрен һаман онотмайым.
– Улай булғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында ла гел ҡатнашҡанһығыҙҙыр әле.
– Эйе. Ысынлап та, яҡшы уҡыным, әҙәбиәт дәрестәрен бик ярата инем. IX синыфта районда башҡорт теле буйынса олимпиадала еңеп сығып, республика этабына ла килгәйнем. Еңеүселәрҙең тәүге унауы исемлегенә индем былай.
– Баш ҡалала ҡайһы мәктәптә уҡыуығыҙҙы дауам иттегеҙ?
– Имтихандар тапшырып, ике ергә ингәйнем мин: иҡтисад лицейына һәм 1-се гимназияға. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын һайланым. Бында ла һынатманым – шулай уҡ башҡорт теле олимпиадаларында призлы урындар ала торғайным. Көмөш миҙалға тамамланым уҡыу йортон. Юғары белемде иһә йә журналистика, йә математика буйынса алырға ниәтләнем. Яҡшылап уйлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын һайланым.
– Студент йылдары нисек иҫтә ҡалды?
– Күңелле саҡ инде улар! Журналистика бүлегендә уҡығас, төрлө гәзиттәргә яҙышыу, радиола үҙ көсөңдө һынау мотлаҡ ине. Һәр семестр һайын 5 мәҡәлә тапшырырға, тигән талап була торғайны. Практиканы төрлө йылдарҙа район гәзитендә, телевидениеһында, баш ҡалала үттем. Шул ваҡытта уҡ киләсәгемде хәстәрләй башланым: яҙыу-һыҙыу эше менән тормошомдо бәйләргә теләйем икән, миңә тәжрибә кәрәк – «Аҙна» гәзитенә эшкә индем. Баш мөхәррир Рәшиҙә Мәһәҙиева спорт хаҡындағы рубриканы алып барыуҙы ышанып тапшырҙы.
– Эйе, республикабыҙҙың тәүге төҫлө гәзите булған «Аҙна» уҡыусылар араһында тиҙ таралып китте. Һеҙ унда баш мөхәррир булып та эшләнегеҙ.
– Шулай, дипломды ҡулға алып күп тә үтмәне, баш мөхәррир урынбаҫары итеп ултыртып ҡуйҙылар. Һуңынан Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы икенсе эшкә күсте. 24 йәшемдә республика гәзиттәрендә эшләгән баш мөхәррирҙәр араһында иң йәше мин инем. Гәзитте үҙенсәлекле, файҙалы итеп сығарырға тырыштыҡ. Сенсациялар бирһәк тә, мәғлүмәтте ныҡлап тикшермәйенсә ҡуймай инек. Шул осорҙағы хеҙмәткәрҙәр – студенттар хәҙер республика гәзиттәрендә бик уңышлы эшләп йөрөй.
Һуңынан «Аҙна» нәшриәтенең генераль директорының беренсе урынбаҫары булып киттем. Ҡул аҫтымда 12 гәзит ине. Төрлө сәбәптәр арҡаһында улар ябылды. Шулай ҙа был йылдар миңә ҙур тәжрибә бирҙе.
– Үҙегеҙҙең нәшриәтегеҙҙе асырға этәргес көс тә булып торғандыр?
– Ысынлап та, белем тупланды бит инде. Уйлаштыҡ та университетта бергә уҡыған егет менән шәхси нәшриәт астыҡ. Мансур Риф улы – Ишембай районы Ҡолғона ауылынан. Кризис ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, бер генә принтер менән 2015 йылда тәүәккәлләп эшкә тотондоҡ. Визитка кеүек ваҡ заказдарҙан башланыҡ. Эштәр алға киткәс, дизайнер, баҫмасы, менеджер кәрәклеген аңланыҡ. Штат 12 кешегә тиклем үҫте. Тәжрибәле белгестәр менән бер рәттән эш һорап килгән йәштәрҙе лә ситкә типмәйбеҙ. Бер нисәүһе менән таныштырайым әле. Ана, ҡыҙҙарҙы күрәһегеҙме? Айдинә Вәлишина менән Камилла Елминёва улар. Айдинә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында II курста уҡып йөрөй. Үҙенә уңайлы саҡта аҙнаһына бер нисә тапҡыр килә, китап төпләүсе эшен башҡара. Ә Камилла – баҫмасы. Өфө һөнәри колледжын тамамларға тора, бында эшкә ҡалырға уйлай. Ошондай уңған ҡыҙҙар-егеттәр эшләй беҙҙә!
Әлеге көндә нәшриәтебеҙ өс йүнәлештә эш алып бара: полиграфия, сувенир әйберҙәр яһау, шулай уҡ баннерҙар һәм стендттар эшләү. Иң үтемлеләрҙән булып китаптар баҫыу, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары өсөн стендтар эшләү, төрлө яҙмаларҙы кейем, көрөшкә һәм башҡа әйберҙәргә күсереү тора. Ҡыҙыҡһыныусылар беҙҙең эштәрҙе социаль селтәрҙәрҙә табып ҡарай ала.
Хаҡтарға килгәндә, ғәҙәттә, заказ биреүселәр бик ҡәнәғәт ҡала. Мәҫәлән, үҙ ижад емештәрен китап итеп баҫтырырға теләүсе ябай инәй-олатайҙар ғына түгел, шағир-яҙыусылар ҙа күп килә беҙгә. Хаҡтарҙың осһоҙлоғона аптырайҙар әле тәүҙә. Етмәһә, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай ғына баҫып бирәбеҙ.
– Ғаиләгеҙ хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле.
– Ҡатыным Ләйсән менән Илназар исемле ул һәм Йәмилә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Шамонин ауылында торабыҙ. Улыбыҙ VII синыфта белем ала, ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙыбыҙ беренселә генә әле. Бейеүгә йөрөй. Яҙышыу һәләттәре лә бар. Балаларҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләргә тырышабыҙ.
– Традицион һорау: гәзит уҡыусыларыбыҙға теләктәрегеҙ?
– Беренсенән, үҙҙәре теләгән йүнәлеш буйынса белем алһындар. Икенсенән, әүҙем һәм ныҡышмал булырға, ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк. Мин, мәҫәлән, бәләкәйҙән теләгәнемә ирешмәйенсә ҡуймай инем: математиканан миҫалды сисә алмай, төнгө икегә тиклем ултырған саҡтар булды. Тик «Мин булдырам!» тигән уй эште йырып сығырға ярҙам итә. Өсөнсөнән, план ҡороу һәм тәртип мотлаҡ. Спорт менән дуҫ булғандар быны яҡшы белә. Дүртенсенән, хыялға табан бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла барырға, ауырлыҡтар алдында туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк. Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһалар, гәзит уҡыусыларҙың да минең кеүек яратҡан һөнәрҙәре, тормошта үҙ урындары булыр.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Вилнур Рафаил улы! Уңыштар теләп ҡалабыҙ.