Бындай күҙҙең яуын алырлыҡ, һоҡланғыс уйынсыҡтарҙы тыуған көндәргә, байрамдарға бүләк итеүе лә ҡыуаныслы. Ҡыш бабай бүләге итеп бирһәң дә, ниндәй шәп буласаҡ. Мораҡтағы балалар ижады йортонда энә һәм ырғаҡ менән бәйләү түңәрәгенә йөрөүселәр нәҡ шулай эшләргә йыйына ла. Уның етәксеһе Розалиә Энгельс ҡыҙы Ибраҡова балалар менән бар күңелен биреп эшләй. Шуға беренсенән унынсы синыфҡа тиклем ҡыҙҙар бик теләп йөрөй.
– Өләсәйем бәйләп ултырғанда бик өйрәнгем килеп китте лә шунан түңәрәккә яҙылырға булдым. Әсәйемә шәл, тәпешкә, сәскәләр бәйләп биреп һөйөндөрҙөм. Эштәремде туғандарыма тыуған көндәрендә бүләк итәм. Бик ҡыуанып алалар. Апай-инәйҙәремә аҡсаға бәйләйем. Бер пар тәпешкә 250 һум тора. Эшләгән аҡсаларымды йыя барам. Тыуған көнөм еткәс, үҙемә кәрәкле әйбер алырға теләйем, – ти йәш ҡул оҫтаһы.
Беренсе синыф уҡыусыларының да эштәренә иҫең китерлек. Мәҫәлән, яңы ғына түңәрәккә йөрөй башлаған Солтаниә Зәйнуллина ҡурсағына кофта, салбар бәйләргә лә өлгөргән. Әсәһенә сәйнүккә аҫлыҡ эшләп биргән. Туғандарының тыуған көндәренә лә әйберҙәр бәйләй.
Әүҙем йөрөүсе ҡыҙҙарҙан Ирина Стучилина, Рузилә Назарова, Нурислама Норотҡолова, Лера Логиновалар ҙа ҡул эшенә бик оҫта. Улар ҙа әйберҙәрен һатып, бер аҙ аҡса эшләргә өйрәнгән.
Бына шулай 2000 йылдан эшләп килгән түңәрәктең етәксеһе Розалиә Энгельс ҡыҙы әллә күпме гүзәл заттарҙы бәйләү серҙәренә өйрәткән. Был мауыҡтырғыс шөғөл күңел өсөн булһа ла, оло тормош юлында бик кәрәге тейәсәк, ти ул.