Бөрйән районының Байназар мәктәбе оҫтаханаһында эш бигерәк ҡыҙыу бара. Һәр кем үҙ шөғөлө менән мәшғүл. Уларҙың оҫта ҡулдарына күҙ генә теймәһен инде! Килеп сыҡмаған, белмәгәнерәк урындарын технология уҡытыусыһы Ильяс Мәхмүтдин улы Муллағоловтан һорайҙар. Ә ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер генә тора.
Һигеҙенсенән Искәндәр Науразбаев үҙенсәлекле генә итеп ултырғыс эшләй башлаған.
– Үткән йыл район олимпиадаһында технологиянан II урын алғайным. Быйыл да һынатмаҫҡа ине. Төрлө әйберҙәр яһағаным булды. Ағастан сәскәм дә матур килеп сыҡҡайны. Был ултырғысымды үҙемсә генә тамамларға теләйем. Бер ҡайҙан да ҡарап өйрәнмәнем. Тәүҙә ағас ботаҡтарынан төп өлөшөн яһап алдым. Әле ултыра торған ерен, артҡы өлөшөн талдан үрәм. Эш ауыр ғына. Шулай ҙа тырышам инде, – ти егет.
Унынсынан Денис Ғабдулхаев күбәләген тамамлап бара ине.
– Иң тәүҙә үҙәген станокта яһап алдым. Ҡанатын беркетә торған ерен таҡтанан эшләнем. Ҡәләм менән билдәләп, ҙур ярымтүңәрәк ҡырынан – 17, бәләкәйенекенән 13 тишек тишеп сыҡтым. Ул урындарға тал сыбыҡтары ҡуйҙым, инде үрергә ҡалды. Барыһын тоташтырып сыҡҡас, лак менән буяп ҡуясаҡмын, – ти ул.
Бәләкәй саҡтан ағастан трактор, машиналар яһау менән мауыҡҡан Денисҡа ағас менән булышыу яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Быйыл беренсе тапҡыр технология олимпиадаһында көсөн һынап ҡарарға теләй.
Сәлим Фәхретдинов менән Фидан Исхаҡовтың яһаған шахмат өҫтәленә лә иҫебеҙ китте. Бөгөндән үк һатыуға сығарырға була. Афарин, егеттәр!