+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
9 Февраль 2018, 18:23
Байрамға селтәр тағып барабыҙ
Мин мәктәптә төрлө түңәрәктәргә йөрөргә яратам. Улар араһынан күңелгә иң яҡыны – «Оҫта ҡулдар». Тиҫтерҙәрем дә оҡшата.
Ҡыҙҙар конкурстарҙа ошо эштәре менән ҡатнашҡан.
Мин мәктәптә төрлө түңәрәктәргә йөрөргә яратам. Улар араһынан күңелгә иң яҡыны – «Оҫта ҡулдар». Тиҫтерҙәрем дә оҡшата.
Өсөнсө йыл инде беҙҙә Йәш натуралистар станцияһының «Уйлап сығарыусылар» түңәрәге эшләй. Уны Римма Рәфит ҡыҙы Тайбугина ойошторҙо. Тәүге дәрестәрҙә энә, ҡайсы, ырғаҡтар ҡулланырға өйрәндек. Төрлө материалдарҙан сәскәләр, картиналар, китаптар, телефонға ҡап эшләнек. Һуңғы дәрестәрҙә башҡорт милли кейеменең атрибуты булған селтәрҙәр, алҡалар яһарға өйрәндек. Был түңәрәккә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ла бик теләп йөрөй.
Беҙҙе оҫталыҡҡа өйрәткән Римма Рәфит ҡыҙына ҙур рәхмәт. Былтыр ғәҙәти булмаған ҡул эштәре (флористика, топиарий, фоамирандан сәскәләр) менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алдыҡ.
Ә быйыл башҡорт халҡының милли биҙәүестәрен эшләү серҙәренә төшөндөк. Етәксебеҙ Римма Рәфит ҡыҙы Тайбугина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, милли кейем тарихы менән дә таныштырҙы. Стилләштерелгән түшелдеректәрҙе эшләүе ҡыйын булманы, ә киреһенсә, мауыҡтырғыс ҡул эше төрө булып сыҡты.
Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә «Селтәр» байрамы үтте. Был сарала үҙебеҙ әҙерләгән әйберҙәрҙе тағып, дефиле күрһәттек. Килгән ҡунаҡтар яһаған эштәрҙе күреп хайран ҡалһа, беҙ иһә үҙебеҙҙе ысын башҡорт һылыуҙары һымаҡ хис итеп, ғорурландыҡ. Халҡыбыҙҙың тарихын мәңгелләштереүҙә ҡатнашыуыбыҙға шатландыҡ та.
Түңәрәктең иң әүҙем ағзалары – Мәҙинә Тайбугина, Нурания Кейекбирҙина, Илзирә Ишбаева, Гөлзимә Тулыбаева, Наҙгөл Оморҙаҡова, Зәлифә һәм Сәриә Иҫәндәүләтовалар, Лиана Ғөбәйҙуллина. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа ҡыҙығып китеп, үҙҙәренә түшелдеректәр тегеп алды. Ә ауылыбыҙҙың инәйҙәре беҙгә оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Хәҙер селтәрҙәрҙе байрамдарға ла тағып килә башланыҡ.
Нурзидә ЮНЫСОВА, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ишбирҙе мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән