+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мауыҡтырғыс донъя

Темәс мәктәбендә бер нисә йыл рәттән «Оҫта ҡулдар» түңәрәге лә эшләп килә. Уның етәксеһе – юға­ры квалификациалы технология уҡытыусыһы Мансур Сөләймән улы Асаинов. Тү­ңәрәктә V – IX синыфтар­ҙан барлығы 15 уҡыусы шөғөлләнә. Аҙнаһына 2 тап­ҡыр балалар ҙур теләк менән йыйыла. Сөнки бында уларҙы тағы бер мауыҡтырғыс донъя ҡаршылай.

Мансур Сөләймән улының уҡыусылары мәктәп, район, төбәк, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар ала. Мәҫәлән, ике йыл рәттән уның уҡыусылары технологиянан район буйынса бәйгелә беренселекте яулай. Быйыл IX синыф уҡыусыһы Фәрхәт Ҡаҙаҡбаев «Көбө» темаһына әҙерләгән проекты менән республика кимәлендә технологиянан олимпиадала ҡатнашып ҡайтты.

Р. ХӘНӘФИНА.
Читайте нас: