+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Боронғо кәсепкә өйрәнәләр

Балаҫ һуғыу — халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән кәсептәренең береһе. Уны иләнгән һарыҡ йөнө, кәзә дебетенән дә, төрлө-төрлө ептәрҙе ҡулланып та эшләйҙәр. Станок ярҙамында һуғылған аҫалы, буй, сепрәк балаҫ, турпыша, септә, япмалар өйгә йәм биреп кенә ҡалмай, уңғанлыҡ билдәһен дә белдерә.

Балаҫ һуғыу — халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән кәсептәренең береһе. Уны иләнгән һарыҡ йөнө, кәзә дебетенән дә, төрлө-төрлө ептәрҙе ҡулланып та эшләйҙәр. Станок ярҙамында һуғылған аҫалы, буй, сепрәк балаҫ, турпыша, септә, япмалар өйгә йәм биреп кенә ҡалмай, уңғанлыҡ билдәһен дә белдерә.
Зауыҡлы эштәргә күптәрҙең күҙе ҡыҙып, хайран ҡалып ҡарай. Уларҙы тылсымлы ҡуллы оҫталар ғына тыуҙыра алған кеүек тойола. Күпме күҙ нуры, күңел йылылығы һалып эшләнгәс, бигерәк һоҡлан­ғыс әйбер килеп сыға. Бынан тыш, был шөғөл түҙемлек һәм сабырлыҡ та талап итә бит әле!
Башҡортостанда Әлшәй яҡтары балаҫ һуғыу оҫталары менән дан алған. Йыл һайын республика кимәлендә Балаҫ байрамы ла ойошторалар. Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк, Ғафури Стәрлетамаҡ, Шишмә, Ауырғазы, Бүздәк, Учалы райондарынан да вәкилдәр ҡатнашып, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, оҫталыҡ дәрестәре ала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр бер төбәктең эше айырылып тора, бер-береһенә оҡшамаған.
Миңзилә Муллағолова етәкселегендә Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡыусылары ла байрамдан ситтә ҡалмай. Уларҙы районда уҙғарыл­ған төрлө сараларҙа, ҡул эштәре буйынса бәйгеләрҙә күрергә мөмкин. Яңыраҡ ҡына район һабантуйында күргәҙмәләрен ҡуйып, килеүселәрҙе үҙ эштәре менән таныштырҙылар.
– Балаҫ һуғыусылар нәҫеленең өсөнсө быуыны мин. Был эшкә ун алты йәшлек сағымда әсәйем өйрәткәйне. Ул үҙе Миәкә районында йәшәүсе апаһы Мәғүҙә Рәхимғолованан оҫталыҡ алған. Ҡышҡыһын һарыҡ йөнөн иләй, йәйгеһен шуларҙы тәбиғи төҫтәргә буяй торғайны. Мәҫәлән, һары килеп сыҡһын өсөн имән ҡайырын ҡуллана ине. 10 – 15 көн дә үтмәй, балаҫы ла әҙер була. Ғаиләбеҙҙә 6 баланан дүрт ҡыҙҙың барыһы ла ошо эшкә өйрәнде. 1993 йылда уҡытыусы булып эшкә ингәс тә күңелгә ятҡан шөғөлдө ташламаным, уҡыусыларымды ла өйрәтә башланым, – ти белем усағында технология, Башҡорт­остан мәҙәниәте, рәсем, музыканан белем биргән, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән Миңзилә Зөфәр ҡыҙы.
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә ҡыҙҙар балаҫ һуғыу серҙәренә бишенсе синыфтан төшөнә икән. Теләүселәр дәрестән һуң ҡалып та «Йәйғор» түңәрәгендә эштәрен дауам итә. Иң башта яҙҙырып алынған станокты ҡулланһалар, әле 2006 йылда район хакимиәте башлығы бүләк иткәнендә һуғалар.
Унынсыны тамамлаған Гөлфирә Сәмиғуллина ярайһы уҡ оҫта­рып алған инде. Архангел районында яңы технологиялар буйынса уҙ­ған балаҫ һуғыу фестивалендә призёр булған уңған ҡыҙ. Үҙенә шәхси станок та һатып алып, йәй көндәрен балаҫ һуғып үткәрергә теләй. Афарин! Бәлки, киләсәктә һатыу өсөн дә һуға башлар әле.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.



Читайте нас: