-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр

Йәйге каникул – һәр бер бала өсөн көтөп алынған файҙалы һәм күңелле ваҡыт. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ял итеп кенә ҡалмай, һаулыҡтарын нығыта, киләһе уҡыу йылына көс йыя, үҙҙәренең ижади, лидерлыҡ һәләттәрен аса.

Йәйге каникул – һәр бер бала өсөн көтөп алынған файҙалы һәм күңелле ваҡыт. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ял итеп кенә ҡалмай, һаулыҡтарын нығыта, киләһе уҡыу йылына көс йыя, үҙҙәренең ижади, лидерлыҡ һәләттәрен аса. Бының өсөн районда йыл һайын эшләп килгән «Йәйләү» йүнәлешле лагеры ярҙам итә. Унда ял итеүселәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән дә таныша, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә лә төшөнә. Халҡыбыҙҙың төрлө билдәле шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар ҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Быйылғы «Йәйләү» йүнәлешле лагеры хозур тәбиғәтле Әбеш ауылының интернат-мәктәбендә урынлашты. Унда районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән һәләтле балалар йыйылғайны. Улар – уҡыу алдынғылары, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика олимпиадалары еңеүселәре, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар, төрлө ижади конкурс призёрҙары.
Районыбыҙҙың алдынғы уҡытыусылары килеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе, журналис­тика серҙәренә лә өйрәтте. Бында Ғаилә йылына арналған төрлө саралар, лекциялар, презентациялар, матбуғат конференциялары ла уҙғарылды, ауылдың өлгөлө ғаиләләре менән осрашыуҙар ҙа онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы.
Беҙ башҡорт халҡының милли аш-һыуы менән танышыу маҡсатында ҡорот яһау серҙәрен өйрәнергә лә барҙыҡ. Миңә тәмле сейәлеһе бигерәк тә оҡшаны, рецептарын да яҙып алдым. Шулай уҡ Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова беҙҙе ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте һәм селтәр эшләү алымдары менән таныштырҙы. Вәзәм ауылы инәй­ҙәре менән бергәләп балаҫ һуғырға өйрәндек.

Лагерҙа Ырымбур өлкәһенән дә уҡыусылар булды. Улар менән яҡындан танышып алдым, артабан да дуҫлығыбыҙ дауам итер, тип ышанам.
Минең өсөн иң ҡыҙыҡлыһы тәрбиәселәрҙе эҙләү булды. Бәй, төшкө аштан килһәк, улар юҡ?! Ике отрядҡа бүленеп, үҙҙәрен эҙләй башланыҡ. Бер сәғәттән ашыу ваҡыттан һуң саҡ табып алдыҡ. Бер тәрбиәсебеҙ башына яулыҡ ябынып, халат кейеп, баҡсала картуф утап йөрөгән. Ә беҙ уның эргәһенән әллә нисә тап­ҡыр үтеп киттек бит. Икенсе тәрбиәсебеҙ ирҙәр кейемен кейеп, һыу буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыр­ған. Ә Гөлшат апайыбыҙ ауыл малайҙарына ҡушылып, велосипедта елдереп йөрөп ята. Эй, мәрәкә булды инде!
Беҙ хозур тәбиғәттә рәхәтләнеп ял иттек, белемдәребеҙҙе лә арттырҙыҡ, күберәк саф һауала йөрөнөк, төрлө халыҡ уйындары уйнаныҡ. Лагер­ҙа бер минутыбыҙ ҙа бушҡа үтмәне, өҫтәмә белем алырға ла, төрлө конкурстарҙа һәм осрашыуҙарҙа ҡатнашырға ла өлгөрҙөк.
«Йәйләү»ҙә ял иткән мәлебеҙ күңелдәребеҙҙә бик оҙаҡ һаҡланыр әле.

Нәркәс МӨХӘМӘТОВА.

Хәйбулла районы.


Читайте нас: