– Бындай этно стилдә биҙәлгән футболкаларҙы байрамдарҙа кейергә була. Ябай кейемгә ҡарағанда зауыҡлыраҡ та күренә, – ти Сибайҙан оҫта ҡуллы йәш әсәй Раушания Рамаҙанова.
Ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ шул! Ана бит ҡыҙы Азалиә, тормош иптәше Рәшит менән улы Айҙар ҙа бер иш биҙәкле футболкаларҙа (һүрәттә). Нисек, матур бит, эйеме? Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барғанда, фотоға төшкәндә шулай кейенеп алалар. Үҙҙәренә бик тә килешә, тирә-яҡтағылар ҙа ҡыҙығып, ҡарап ҡала.
Раушания футболкаларҙы этно стилдә биҙәү менән ошо йылдың башында ғына тотонған. Ҡайҙалыр уҡып өйрәнгәнме, тиһәм, юҡ, интернет селтәре аша өйҙә генә үҙләштергән. Бик күп видеояҙмалар ҡараған, яҙма материалдарға күҙ һалған, туҡыманы биҙәкләү өсөн ниндәй буяуҙар ҡулланылыуын белгән. Һүрәт төшөрөргә декола буяуы яҡшы, хаҡы ла бигүк ҡыйбат түгел, ти. Ә рәсемдәрҙең төрлөләрен яһай ул: ябай ғыналары, ҡатмарлыраҡтары ла бар. Үҙ ҡалаһында ғына түгел, башҡа райондарҙан да заказ биреп, эшләтеп алалар. Ҡатын-ҡыҙҙарға бигерәк тә һаҡал төшөрөлгәне оҡшай. Әсәһе һәм ҡыҙы, атаһы һәм улы бер иштән яһатыусылар ҙа юҡ түгел.
– Ҡыҙымдың әхирәттәренә тыуған көндәренә беҙ һәр саҡ исеме яҙылған, яратҡан уйынсығы, йәнһүрәт геройы төшөрөлгән футболка бүләк итәбеҙ. Яңыраҡ Азалиә Камиллаларҙа булып ҡайтты. Тыуған көн Лол ҡурсағы темаһына ойошторолғанға күрә, беҙ ҙә ошо уйынсыҡ төшөрөлгән футболка биреп ҡотланыҡ, – ти Раушания.
Уның тылсымлы ҡулдары бысраҡ таптары бөтмәгән, шул сәбәпле кейелмәй ятҡан әйберҙәрҙе лә иҫ киткес итеп матурлап ҡуя. Шулай йәш әсәй ҡыҙын, улын ҡыуандырып ҡына тора.
Кейемде этно стилдә буяу серҙәренә өйрәтеү буйынса йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғара. Хатта баш ҡалабыҙға килеп, теләүселәрҙе Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында эшкә өйрәткән. Ике көн буйына байтаҡ ҡына кеше был шөғөл серҙәренә төшөнгән. Дәрескә килеүселәр әҙерләнгән трафареттар менән генә сикләнеп ҡалмайынса, үҙҙәре лә төрлө биҙәктәр уйлап тапҡан. Уларҙың ҡайһы берҙәре был мауыҡтырғыс эште артабан дауам итергә лә теләк белдергән.
Үҙҙәрендәге 2-се моделле китапхананың «Күңел утрауы» клубында ла дәрестәр ойоштороп тора. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик ихлас йөрөй. Ябай ғына футболканың күңелгә ятҡан үҙенсәлекле әйбергә әйләнеүен күреү бик ҡыуаныслы шул! Бында булғандан һуң, күрше район, ҡалаларҙан дәрес үткәреүен һорап мөрәжәғәт итә башлағандар.
– Биҙәк төшөрөлгән кейемде ҡул менән, алдан ебетмәйенсә, 30 градустан да юғары булмаған температуралы һыуҙа йыуырға кәрәк. Футболканы еүеш сепрәкһеҙ тиҫкәре яғынан ғына үтекләргә ярай. Ҡул менән биҙәкләнгән кейем ҡупшы әйбер һанала. Әгәр ҙә ул оҙаҡҡа етһен, тиһәгеҙ, ҡайҙалыр ҡунаҡҡа, байрамға барғанда ғына кейегеҙ, – ти Раушания, үҙенең файҙалы кәңәштәрен биреп.
Был шөғөлө менән генә сикләнеп ҡалмай, панно кеүек төрлө әйберҙәр эшләп, балаларының бүлмәләрен дә биҙәй. Ҡыҙы Азалиә әсәһенең фетрҙан яһаған ҡурсаҡтарын бик яратып уйната. Уларҙы бармаҡтарына кейҙереп, яҡындарына театр ҡуйып бер була. Сәйләндән эшләнгән исемле беләҙектәре лә бик матур килеп сыға. Улары ғаилә ағзаларын күҙ тейеүҙән һаҡларға ярҙам итә.