+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һоҡландыра эштәре

Илкәнәй мәктәбендә ҡуйылған күргәҙмәлә эштәрҙең ниндәйе генә юҡ ине! Һәр береһенә күпме күңел йылылығы, күҙ нурҙары һалын­ған.

Илкәнәй мәктәбендә ҡуйылған күргәҙмәлә эштәрҙең ниндәйе генә юҡ ине! Һәр береһенә күпме күңел йылылығы, күҙ нурҙары һалын­ған.

Оҫта ҡуллы балаларҙың үҙҙәре менән дә танышмайынса булдыра алманыҡ. Алтынсыла уҡыған Ләйсән Мәхмүтова, мәҫәлән, икенсе синыфтан сигеү сигә башлаған. Буш ваҡыты булдымы, яратҡан шөғөлөнә тотона. Әсәһе канваның ниндәй генә һүрәтлеһен алып бирмәй?! Мәрйен, төҫлө мулине менән сигә торғандары ла бар. Өйҙә ҡул эштәре әллә күпме йыйылып киткән. Сигеүҙәре бигерәк матур! Ана, канваға сиккән «Эләгерһең әле!» йәнһүрәтенән бүреһе, раузалары, сәскә тотоп тороусы айыуы нисек матур! Ләйсән бишенсе синыф­та ырғаҡ менән схема буйынса Етенсенән Гөлнәзирә Вәхитова ла ҡул эшенә шәп. Үҙенә биҙәнгес һауыты кәрәк булғас, һис уйлап тормай, теккән дә алған. Тышын биҙәктәр менән матурлағас, магазиндыҡынан кәм килеп сыҡмаған.
Һүрәттәге ояла ултыр­ған себеше һеҙгә нисек, оҡшай­мы? Ысын һымаҡ күренә, эйеме? Ҡыҙ уның эсен тоҙло ҡамырҙан эшләп, тышына еп ураған. Ә бер ҡурсаҡты бәләкәйерәк сағында апаһы менән бергәләп теккәндәр.
Һай, оҫта ла инде ҡыҙҙар! Улар­ҙың шулай төрлө ҡул эштәренә өйрәнеп үҫеүҙәре һәйбәт, киләсәктә файҙаһы тейәсәк бит.

Г. РАМАҘАНОВА.

Көйөргәҙе районы.


Читайте нас: