-8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә…

Беҙҙең интернат-гимназияла һәр дәрес ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә үтә. Уҡытыусылар малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы белем донъяһына ылыҡтырыу маҡсатында бар көсөн һала. Хеҙмәт дәресен дә уҡыусылар көтөп ала. Сөнки унда тормошта кәрәк буласаҡ һөнәрҙәргә өйрәнәләр бит.

Бына ҡыңғырау сыңланы. Уҡытыусы кабинетҡа ингәс тә балалар менән һаулыҡ һорашты. Таҡтаға матур итеп теманы, датаны яҙҙы. Дәрес башланыуын түҙемһеҙләнеп көткән уҡыусылар эшкә дәртләнеп тотондо. Эйе, VII «А»-лар үткән дәрестәрҙә итәк тегеүгә тотонғайнылар, бөгөн дауам итәсәктәр. Берәүҙәр тауарҙы үлсәй, икенселәр ҡырҡа, өсөнсөләр теген машинаһында тегә. Уҡытыусы Әлмира Рәхимова апайҙары һәр кемгә иғтибарын йәлләмәй, яҡшылап аңлата.

– Ҡыҙҙар хеҙмәт дәресен ярата, – ти бар ғүмерен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә арнаған Әлмира Шәрифулла ҡыҙы. – Маҡсатыбыҙ изге – уларҙы уңған хужабикә итеп әҙерләү. Бына әле бешерергә өйрәндек, бәйләү-сигеү, тегеү нескәлектәренә лә төшөнәбеҙ. Ҙур теләк менән шөғөлләнеүҙәре ҡыуандыра.

«Уңған хужабикә ниндәй булырға тейеш?» – тип ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә лә һорау бирәм.

– Тәмле итеп бешерә, матур итеп тегә, бәйләй белеү мөһим, сөнки тормошта кәрәк бит ул, – ти Рәсилә.

– Ҡул эштәрен яҡшылап өйрәнергә, улай ғына түгел, яғымлы, хәстәрлекле булырға тейеш, – тип әңгәмәгә ҡушыла Нурсилә.

Әйткәндәй, ҡыҙҙар дәрестә генә түгел, өйҙә лә яратҡан шөғөлдәренән айырылмай икән.

Бөгөнгө дәрестә улар эштәренең байтаҡ өлөшөн башҡарып та ҡуйҙы. «Бер нисә аҙнанан тамамлап, кейеп тә алырбыҙ», – тип йылмая үҙҙәре.

Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренә, бешереү нескәлектәренә өйрәнеүе маҡтауға лайыҡ. Нәҡ шундай тырыш, уңған уҡыусыларҙан ғына ысын хужабикәләр сығасаҡ инде.

Айгизә ӘБДИСОВА, «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы.

Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: