-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

«Батырҙар иле» танылыу яулай

«Батырҙар иле» быйыл икенсе тапҡыр республика асыҡ конкурсы булараҡ үтте. Барлыҡ ижади эштәрҙең нигеҙендә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы тора. Бәйгенең төп маҡсаты – башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау, «Урал батыр» эпосын киңерәк майҙанға алып сығыу, балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен асыу һәм үҫтереү.

Конкурс, Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә белем алған балаларҙың ижади күргәҙмәһе булараҡ, 2007 йыл­да тәүҙә ҡала кимәлендә үткәрелә. Ике йылдан төбәк-ара кимәлгә күтәрелә, 2017 йылдан ул республикала киң танылыу таба.

Уҡыу йорто директоры Флорида Ҡәҙерғолова әйтеүенсә, быйылғы бәйге Башҡортостандың 100 йыллығына ар­налған. Конкурсҡа республикабыҙҙың 17 ҡалаһынан һәм 19 районынан барлығы 638 эш килгән. Уларҙы абруйлы баһалама ағзалары баһаланы. Эштәрҙең авторҙары еңеүселәрҙе билдәләгәндән һуң ғына асыҡланды.

Ҡул оҫталарының күргәҙмәһе барыһын да һоҡландыр­ҙы. Барлыҡ экспонаттар ҙа халҡыбыҙҙың үткәнен, уның сал тарихын сағылдырыуы менән әһәмиәтле. Уҡыусылар төрлө образдарҙы үҙҙәренсә һынландырған. Күргәҙмә залында акварель, гуашь, майлы буяуҙар, заманса компьютер графикаһы ҡулланып эшләнгән һүрәттәрҙе лә, батик, мозаика, сангина, кейеҙгә биҙәк баҫыу ысулы менән башҡарылған эштәрҙе лә, балсыҡтан һәм пластилиндан скульптуралар, ағастан һырланған һындарҙы ла, төрлө әйберҙән яһалған башҡорт ҡурсаҡтарын да, кейемдәрҙе лә күрергә мөмкин ине.

Киләсәк быуындың һынлы сәнғәтте үҙ итеүе ныҡ ҡыуандырҙы. Алдан әйтеүебеҙсә, башҡа йылдарҙан айырмалы, «Дизайн һәм кейем моделдәрен әҙерләү» номинацияһы буйынса ижад өлгөләре ҡабул ителде. Күргәҙмәлә йәш моделдәр үҙҙәре теккән кейемдәрен күрһәтте. Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡыусылары үҙҙәренең етәкселәре Дилә Рәхмәтуллина һәм Зөлфиә Биктина менән «Урал батыр» эпосы мотивтарына ярашлы бер нисә кейем өлгөһө менән майҙанға сыҡты. Сибай сәнғәт колледжынан Гөлсирә Дәүләтсурина етәксеһе Резида Хисаметдинова менән бергә әҙерләгән «Һомай ҡош» костюмы барыһын да хайран итте.

– Ағас эшенә һөйөү бала саҡтан килә. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән олатайым Рауил Сәлихов ағас эшенә маһир, оҫта ҡуллы. Йәноҙаҡ Ҡылысов ағай етәкләгән түңәрәккә йөрөп, белемемде камиллаштырҙым, ағас эшенең серҙәренә төшөндөм. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тиҙәр бит. Был шөғөлөм киләсәктә лә кәрәгер әле, – ти Динир.

«Батырҙар иле» оҫталарҙы барлап, уларҙы ҡанатландыр­ҙы, күңелдәрен үҫтерҙе. Бөгөн йәш быуын ололарҙың кәсеп-шөғөлдәрен үҙләштерә, үҙ һүрәттәрендә халҡыбыҙҙың тарихын сағылдыра икән, тимәк, быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек һаҡланып ҡаласаҡ. Тап уларҙың эштәрендә халҡыбыҙҙың зауығы, донъяға ҡарашы, холоҡ-фиғиле, ғөрөф-ғәҙәттәре, иң мөһиме, Урал батырҙың мәңгелек образы һынлана.


Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: