Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында ла кейеҙ баҫыусылар байтаҡ. Бәләкәй ҡыҙҙар ҙа был һөнәрҙе ҙур теләк менән үҙләштерә, шуныһы бигерәк тә ҡыуандыра. Өйрәтеүсе генә булһын. Ә ул бар ине. Йырсы Зилә Лира был ауылда йәшәп киткәйне бит, шунда оҫталыҡ дәрестәре үткәргән.
– Иң тәүҙә үҙемә бының серҙәренә төшөнөп алырға тура килде. Шунан бүтәндәргә лә өйрәтә башланым. Һарыҡ тотоусылар күп, йөнөн әрәм итмәһендәр, тип ошо боронғо шөғөлдө тергеҙергә теләнем, – ти Зилә Мазһар ҡыҙы.
– Балалар йә кер һабынын ҡулланырға яратам, – ти Зилә Мазһар ҡыҙы, – йөндө тигеҙ генә итеп теҙеп һалып, ипләп кенә ҡулды һыулап һылай башлайбыҙ. Әҙерәк тығыҙланғас, уҡлау менән әйләндерһәң була. Ҙур түшәктәр баҫҡанда инде оҙон һайғау кәрәк. Шуның менән арҡырыға, буйға, өҫтән, кире яғынан 200-шәр тапҡыр (бөтәһе 800 була) баҫабыҙ. Был ғына етмәй әле, кейеҙгә әйләнгәнсе тағы төрлө ысулдар ҡулланаһың. Күтәрәһең дә ысҡындырып өҫтәлгә төшөрөп ебәрәһең, икмәк баҫҡан кеүек хәрәкәттәр ҙә яһайһың. 5-әр сәғәт ваҡыт китә. Ҡул көсө талап ителә. Һүрәтте һалыу өсөн оҫта рәссам да булырға кәрәк. Уның ҡарауы, үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйбер үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ һәм тәбиғи материалдан булғас, бәйләнгән әйбергә ҡарағанда ла йылыраҡ, һаулыҡҡа ла һәйбәт. Таңсулпан менән Арина башҡорттоң ошо боронғо шөғөлөн яратып өйрәнде. Хәҙер үҙ аллы ла төрлө әйберҙәр яһай алалар.
Оҫтаның тағы ике өйрәнсеге – Луиза Мәсәлимова менән Зөлхизә Әғзәмова Бөтә Рәсәй интернет конкурсында ҡатнашып, II урын алған. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятмай, бәйгеләрҙә оҫталығыңды башҡаларға ла күрһәтергә кәрәк шул.
– Кейеҙебеҙ менән Әбйәлил районында үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнаштыҡ, Татарстан халҡына алып барып күрһәттек. Йәнә ошо баҫып алған костюмдарыбыҙ менән «Байыҡ» бейеү конкурсында үҙебеҙҙе бөтә республикаға таныттыҡ, – ти Зилә Мазһар ҡыҙы.
Бигерәк тә тәпешкә, эшләпә, башлыҡ кеүек әйберҙәрҙе эшләгәндә ҙур оҫталыҡ кәрәктер, скульптор кеүек булаһыңдыр. Таңсулпандың тәүге ижад өлгөһө – бесәй һүрәте. Ултырғыс түшәге тип башлаһа ла, картина итеп элеп ҡуйған. Хәситә, тәпешкә лә баҫҡан. Сигеү сигергә лә өйрәнгән ҡыҙ. Арина ла хәҙер үҙ аллы әйберҙәр эшләй ала. Кейеҙҙән баҫылған күбәләк ҡанаты, тәпешкәләрен, таҡыяһын кейеп, Өфөлә «Сулпылар»ҙың Гала-концертында бейеп тә ҡайтҡан. Шундай һәләте лә бар. Ауылдашы Ринат Ғаззалов йырлағанда бейегән. «Заһиҙә»не лә яратып башҡара икән.
Таңсулпан иһә – нәфис һүҙ оҫтаһы. Тасуири һөйләү конкурстарында призлы урындар яулай. «Башҡортостан таланттары» бәйгеһендә Әхмәр Үтәбайҙың «Башҡортостан» шиғыры менән еңеүсе булған. Шундай уңған, һәләтле, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын да белеп үҫкән ҡыҙҙарыбыҙ барҙа милләтебеҙ һис тә бирешмәҫ, Алла бирһә.