– Таш көл төҫөндә, эсендә моллюск эҙҙәре лә бар ине. Ә әсәйемә ни эшләптер улар күренмәне. Ҡулыма алған һайын, был таш нисектер серле һымаҡ тойола башланы. Ниндәйҙер мөһим ваҡиғаларҙа ярҙам иткән дә кеүек. Йөҙөү буйынса ярыш йәки математиканан контроль эш булыр алдынан ташҡа тейеп, күҙемде йомам да тылсымлы моллюскынан ярҙам итеүен һорайым. Ысынлап та, яҡшы һөҙөмтә менән ҡайтам. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙенсәлекле табышҡа тейгән һайын тейге килеп кенә тора, – ти Стәрлетамаҡтағы 11-се мәктәптең II синыфын тамамлаған малай.
Ҡыҙыҡһынып, китаптарҙан эҙләнә торғас, таштың 300 миллион йыл элек Пермь диңгеҙе төбөндә булыуын, наутилоид эзбизташына ҡарағанын асыҡлай. Әллә ҡасандан кешеләр уның шифалы икәнен белгән. Күп ауырыуҙарҙан ярҙам итә, тип иҫәпләнә. Шуға Әнүр атаһының ҡаҙылмаһын «тылсымлы моллюск» тип тә йөрөтә башлай.
Күп мәғлүмәт туплағас, синыф сәғәтендә синыфташтары алдында «Һеҙҙең уңыш бетеүҙәре. Ғәҙәти булмаған әйберҙәр» тигән темаға сығыш яһай. Башҡалар ҙа бик ҡыҙыҡһынып, бергәләп Иван Скуин исемендәге таш музейын барып күрәләр. Бик бай, әйтеп бөтмәҫлек тәьҫорат алалар. Унан музейға 20 минерал тапшырған Роза Ворончихинаны үҙҙәренә осрашыуға саҡырып, таштар тураһында белемдәрен тағы ла арттыралар.
Бына шулай бер табылған таш Әнүрҙең тормошона әллә күпме яңылыҡтар, үҙгәрештәр алып килә.
– Ул – минең тылсымлы бетеүем, һәр ваҡыт һаҡлап, ярҙам итеп тора. Тик серлелегенә ышанырға ғына кәрәк, – ти йәш тикшеренеүсе.