-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йорт ҡуянын нисек тәрбиәләргә?

Бөгөн күп балалар ҡуян үрсетеү менән ҡыҙыҡһына. Ысынлап та, йорт хайуанын дөрөҫ ҡарап үҫтерһәң, ҙур табыш алырға ла мөмкин. Быны улар бик яҡшы аңлай.Ошоно күҙ уңында тотоп, гәзитебеҙ биттәрендә был өлкәлә үҙ тәжрибәһен туплаған элекке йәш хәбәрсебеҙ Лилиә Айҙар ҡыҙы Нуретдинованың оҫталыҡ дәрестәрен тәҡдим итмәксебеҙ.

Бала саҡтан йорт ҡуяны аҫрарға хыяллана инем. Бер мәл ике баш алып ҡараным. Тик уларҙы ҡарай белмәгәнгә, эшем уңышһыҙ тамамланды. Шулай ҙа күңелем һүрелмәне. Интернет селтәренән төрлө мәғлүмәт йыйып, өйрәнеп, тағы ла был яратҡан шөғөлөмә тотондом. Уларҙы ҡарарға Алмас улым менән Дилә ҡыҙым да ярҙам итә. Шөкөр, хәҙер ҡуян үрсетеү буйынса байтаҡ тәжрибәм бар.

Белеүемсә, һеҙҙең арағыҙҙа ла ҡуян аҫраусылар бар. Һеҙ нисегерәк тәрбиәләйһегеҙ? Табыш алып буламы? Шул турала ҡыҫҡаса яҙып, йәнлектәрегеҙҙе фотоға төшөрөп, редакцияға ебәрегеҙ. Иң уңған йәш фермерҙы шәп бүләк көтә. Йыл аҙағында уны билдәләп, Бельгия фландры тоҡомонан ике баш ҡуян бүләк итәсәкмен.

1-се дәрес

Шәхси йортҡа күскәс, бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты, тиһәм дә була. Ике инә һәм бер ата ҡуян алып, күптән ҡыҙыҡһынған йорт хай­уандарын үрсетергә керештем. Шунан бөтә мәшәҡәттәр башланып кит­те лә инде.

Тәү сиратта, һәйбәт һәм уңайлы ситлектәр кәрәк. Интернет селтәрендә уларҙы эшләргә өйрәткән күп мәғлүмәт табырға мөмкин. Беҙ иһә иң ябайынан башланыҡ. Бына нисә йыл инде тәжрибә туплап, хаталар­ҙы иҫәпкә алып, яңыларын яһайбыҙ.

Әсәһенән айырған балаларын вольерҙа тотам. Уларға биш ай тулғас, енесенә ҡарап, айырым ситлектәргә күсерәм. Ундағы үҫмерҙәрҙе ҡарауы уңайлыраҡ, үҙҙәренә лә бергә күңеллерәк.

Йорт ҡуяны үрсетергә уйлағандарға нимәнән башларға һуң? Эргә-тирәгеҙҙә был йәнлекте аҫраған кешеләр булһа, бигерәк тә һәйбәт. Тәүге ҡуяндарҙы уларҙан алыр­ға кәңәш итер инем. Күршеләрегеҙ бөтә нескәлектәрен өйрәтеп, аңлатып та бирер.

Минең уйлауымса, ябайҙарынан башлау хәйерлерәк, сөнки тоҡомло йорт ҡуяндары етдиерәк иғтибар талап итә. Уларға прививкалар, витаминдар һатып алып, даими рәүештә, укол ҡаҙап торорға тейешһең.

Ҡуянды алты айҙан ата­ландырырға мөмкин. Ул 28 – 32 көндән һуң 5-тән алып 12-гә тиклем бәләкәй йәнлектәр килтерәсәк. Инә ҡуянға ҡараңғы һәм йылы оя хәстәрләү мөһим. Уға мул итеп үлән һалырға һәм һауытында гел генә һыу булыуын тикшереп торорға кәрәк. Балаһы тыуыр алдынан, торған урынын бесән менән тултырып, йүнәтеп ҡуйыу һәйбәт булыр.

Йорт хайуанын ҡур­ҡытып ҡуймағыҙ! Әлбит­тә, ҡулға өйрәнгән ҡуяндар тынысыраҡ була, шулай ҙа, өңөн асып, балаларын тотоп ҡарауҙан тыйылығыҙ. Тик ҡайһы саҡта ҡуянды ситлегенән сығарам да мул итеп ашарға бирәм, әҙерәк һарай буйлап йүгерергә рөхсәт итәм. Шул арала инеп, балаларын ҡарайым. Тик ояһын боҙа күрмәгеҙ. Был ҡуянға оҡшамаҫ.

Ҡышҡылыҡҡа балалы инә ҡуяндар өсөн бөтнөктән миндек бәйләйем. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки ҡайһы ваҡыт ситлегенә инергә лә кәрәк бит. Шул саҡта мотлаҡ ошо миндекте һалам. Былай иткәндә, ят еҫ ҡалмай, йорт ҡуяны бер ни булмағандай, ашарға ла керешә.

10 көндән бәләкәс шеш ҡолаҡтарҙың күҙе асыла. Улар яйлап ояһынан сыға, тирә-йүнгә ҡыҙыҡһыныуҙары барлыҡҡа килә. 15 – 20 көндән ашай башлайҙар. Ситлектәрендә тәмле бесән, төрлө ем булыу һәйбәт.

Ай ярым, ике ай уларҙы әсә һөтөнән өҙмәгеҙ. Тәүҙә беҙ бер ай тулғас та инәләренән айыра инек. Тик улары яйыраҡ үҫте, сирләгән осраҡтары ла булды. Шуның өсөн оҙа­ғыраҡ бергә тоторға кәрәк. Бындай ҡуян балалары әллә ни ауырып та бармай, ныҡ булып үҫә.
Читайте нас: