-4 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
13 Декабрь 2019, 14:40
Өйҙөң йәме – һандыҡта!
Олатайымдың нисек һандыҡ яһағанын ҡарарға яратам. Шундай ихлас, күңелен һалып эшләй. Уның һандыҡтары менән нисәмә ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан.
Ҡәҙерлемдең исеме – Мансур Усманов. Ишкилде ауылынан. Ул күмәк ғаиләлә үҫә, Ишкилделә, Белоретта, Буранғолда уҡый. Әрмелә Белоруссияла хеҙмәт итә. Шофёр ҙа була, әле 1989 йылдан алып Асҡарҙа янғын һүндереү бүлексәһендә тырышып эшләй.
Арып ҡайтһа ла, яратҡан шөғөлөнә ваҡыт таба. 1988 йылдан һандыҡтар яһай башлай.
– 200-ҙән ашыуҙы эшләнем. Һандыҡтарым Әбйәлилдә генә түгел, Башҡортостандың һәр районында тиерлек бар, – ти.
Олатайым был шөғөлгә атаһынан өйрәнгән. Ул да бик оҫта. Өйҙәрҙе матур итеп кенә һалып ҡуя. Әле оло булһа ла, өй өмәһенә йөрөй, кәңәш бирә.
Әйткәндәй, уның һандыҡтары төрлө конкурстарҙа призлы урындар яуланы. Киләсәктә ҡустым да өйрәнер, тип ышанам. Һандыҡ һатып алырға теләүселәргә сер итеп кенә хаҡын да әйтәм: ҙурҙары – 4 мең, бәләкәстәре – 1 мең, ә уртасарағы 2 мең 500 һум тора.
Өйҙөң йәме – һандыҡта ул!
Гөлназ НОҒОМАНОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән