Шуға өҫтәлдәрендә һәр ваҡыт тәмле итеп бешерелгән төрлө иттәр була. Ете балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә күстәнәс итеп биреп ҡыуандыралар. Үҙҙәре лә ҡыш ҡына түгел, йәй буйы итле һурпанан өҙөлмәйҙәр.
Өләсәһе көн дә тиерлек өҫтәлгә ике төрлө бәлеш бешереп ҡуя. Ҡунаҡ саҡырмаһалар ҙа, үҙҙәре өсөн дә гел ана шулай табындары һыйлы. Ә олатаһы – бәләкәй сағынан уҡ оҫта балыҡсы. Быйыл йәй Көйөргәҙе йылғаһынан хатта йәйен дә тотоп ашатҡан. Ниндәй балыҡты нисек тоторға, ҡайҙа ниндәйе күберәк сиртә, нимә менән емләргә – барыһын да белә.
Өләсәһе менән олатаһы янында Камилға рәхәт. Һыйлана ла, өйҙәрендәге бесәй менән дә уйнап кинәнә. Үҙҙәренең дә дүрт бесәйе бар. Тик улар өйҙә түгел, тышта йәшәй. Нишләптер бесәйҙәренә ғаиләләрендәге балалар исемдәрен ҡушып бөткәндәр. Камилдан ҙур Мансур, Айнур ағайҙары һәм Әлиә апаһы бар. Бесәйҙәре лә Мансур, Айнур, Әлиә һәм Камил исемле. Ниңә улай атағандарҙыр, сәбәбен үҙҙәре генә белә инде, серен беҙгә әйтмәнеләр.
Камилдың ата-әсәһе – Лилиә менән Марс Саттаровтар – фермерҙар. Мал да аҫрайҙар, иген дә сәсәләр. Ауыл хужалығы өсөн кәрәкле бөтә техникалары, машиналары бар. Шуға өйҙә һәр кемгә эш етерлек. Тик Мансур һәм Айнур ағайҙары Һамарҙа вахта ысулы менән эшләй. Әлиә апаһы Стәрлетамаҡта медколледжда уҡый. Улар өйҙә булмағанда Камил – ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Фермер малайы булыу еңел түгел шул. Ололар әйтмешләй: эшләмәһәң – тешләмәйһең. Малдарға ашатырға бесән дә һала, һыу ҙа эсерә, аҫтарын да таҙарта. Аҡтүш менән Шарик исемле эттәренә, бесәйҙәренә лә ашарға бирә.
Эштән бушағас, саңғыла шыуа, хоккей ҙа уйнай. Хатта велосипедын да гаражға индереп ҡуймаған. Танһыҡлап китһә, унда ла йөрөп килә. Физкультура дәресен бик ярата һәм көтөп ала Камил. Тырышып уҡый, айырыуса математиканы үҙ итә. Яңы йылды һәйбәт билдәләр менән генә ҡаршыланы V синыф уҡыусыһы Камил Саттаров.
Ҡышҡы каникулды түҙемһеҙлек менән көттө ул. Ике ағаһы менән апаһы ла ҡайтып, байрамды ҙур ҡыуаныс менән ҡаршыланылар.
Быйыл бишенселә уҡыусыларҙың күбеһе Сысҡан йылында тыуған. Ғүмерҙәренең тәүге мөсәлен ҡаршылаясаҡ бит улар, йәғни 12 йәштәре туласаҡ ошо йылда. 2020 йыл хужаһы 12 йәшлектәргә генә түгел, атай-әсәйҙәренә лә, ағай-апайҙарына ла, өләсәй-олатайҙарына ла – ғөмүмән, бөтә кешеләргә лә имен-аман килһен, бәхет-ҡыуаныстар алып килһен. Ике егерме һаны яҙылған, мең йылға бер килә торған түңәрәк йыл тарихта иҫтәлекле булып хәтерҙә ҡалһын! Амин, шулай булһын!
З. МӘҺӘҘИЕВА.
Көйөргәҙе районы, Яңы Юл ауылы.