+2 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
10 Ғинуар 2020, 13:21
Халыҡ кәсептәрен өйрәнәбеҙ
«Әкиәт» балалар баҡсаһы кескәйҙәргә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәтеүҙе, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Онотола барған кәсептәрҙе лә балаларға еткерергә тырышабыҙ.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Нурия Вәлиева менән балаҫ һуғыу эшен өйрәндек тә бәләкәй генә тикшеренеү эше алып барҙыҡ.
Элек инәйҙәр йөн иләп, бик матур һәм йылы балаҫтар һуҡҡан. Хәҙер ҙә ундай оҫталар бар. Балаҫ һуғыу станогы ярҙамында балаҫтар, диван япмалары ғына түгел, кәзә мамығынан шәлдәр-шарфтар ҙа һуғалар. Бик йылы була. Кәрәкмәгән, әммә туҙып өлгөрмәгән кейемдәрҙе һүтеп, уларҙан да балаҫ эшләргә мөмкин. Был ғаилә бюджетын экономиялай. Шуға күрә балаҫ һуғыу беҙҙең көндәрҙә лә бик кәрәкле, отошло. Хәҙер төҫлө ептәр күп һатылғас, балаҫтар ғына түгел, ултырғыс, диван япмалары, шарфтар, түшәк-юрғандар һуғып алырға була. Улар ҡабатланмаҫ һәм матур килеп сыға.
Беҙ Нурия менән өйрәндек тә ҡурсаҡ өсөн йәтеш кенә балаҫ һуғып ҡараныҡ. Бының өсөн тәүҙә интернеттан төҙөлөш схемаһын табып, Гәрәй Ҡужагилдин олатайҙан кескәй станок эшләтеп алдыҡ. Тәүге эшебеҙ ябай ғына булһа, ә икенсеһе ҡалыныраҡ та, матурыраҡ та ине, сөнки ептәрҙе икешәр ҡат итеп әҙерләнек. Өсөнсө тапҡыр эшләгәндә «Үлән» исемле йәшел еп алдыҡ һәм шарф һуҡтыҡ.
Нурия өләсәһе менән ҡартатаһы йәшәгән Баймаҡ районындағы Сыңғыҙ ауылына барып, балаҫ һуғыу оҫтаһы Зәйтүнә инәй Сирбаеванан күп яңылыҡтар ишетеп ҡайтты. Беҙ станок тигәнебеҙ башҡортса көрөҫ тип атала икән. Зәйтүнә Далха ҡыҙына 35 йыл элек Хазина исемле инәй көрөҫ бүләк итә. Ул саҡта Зәйтүнә инәй алтынсы бәпесен көтә. Шул мәлдәрҙә балаҫ һуғырға өйрәнә ул. Бәпес тыуғас, ваҡыты булмай, эше онотола.
Быйыл инәй ҡайтанан был кәсепкә тотонған. Инде үҙҙәре атай-әсәй булып бөткән ул-ҡыҙҙары уға тыуған көнөнә көрөҫ бүләк иткән. Был станокты Сибай ҡалаһында йәшәүсе оҫта Әнүәр Игебаев эшләп биргән. Әйткәндәй, Әнүәр ағай күптән түгел «Халыҡ оҫтаһы» исеменә лайыҡ булды.
Әле бына Нурия менән бер төркөмдә тәрбиәләнеүсе балалар ҙа халыҡ кәсебе менән ныҡ ҡыҙыҡһына башланы. Киләсәктә балаҫ һуғыусылар, көрөҫ эшләүселәр беҙҙең яҡтарҙа күп булыр, тигән ышаныста ҡалам.
Лениза ХОҘАЙБИРҘИНА,
тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...