– Техниканы бик яҡшы беләм, һәр деталдең нисек эшләүе ҡыҙыҡ, – ти егет. Үҙе лә бәләкәй тракторҙар йыя, һоҡланырлыҡ бит?! Техника яратыуы олатаһынан күскәндер. Үҙе лә бик күп китаптар уҡып, был өлкәлә белемен камиллаштырған.
– Тәүге мини-тракторымды VIII синыфтан һуң йәйге каникулда яһаным. Уны тиҙ үк һатып алдылар. Икенсеһенә тағы ла етдиерәк тотондом. Мопедты һатып, аҡсаһына Ҡытайҙа сығарылған мотор алып ҡуйҙым. Яҡшы эшләй, 15 градус һыуыҡта ла еңел ҡабына.
Ҡалған деталдәрен йәш конструктор тимер-томор пункттарынан, таныштарынан һорашып эҙләп тапҡан. Артурҙың «Феликс» мини-тракторы заводта сығарылғандарҙан бер ҙә ҡалышмай. Ҡыш көнө уның менән ҡар көрәргә лә мөмкин. Йәй көнө баҫыу эштәренә бына тигән.
Артурҙың техника менән ҡыҙыҡһыныуы шул тиклем көслө: cығарылыш синыфы тип тормай, өсөнсө тракторын эшләргә тотонған. Быныһына ҡарышлауыҡлы тәгәрмәс ҡуйырға уйлай. Ул тәүгеләренән көслөрәк буласаҡ.
Егет Өфө дәүләт нефть-техник университетында «Фән һәм техниканың көнүҙәк мәсьәләләре – 2019» халыҡ-ара фәнни-практик конференцияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Бәләкәй фәндәр академияһы үткәргән «Республика эҙләнеү эштәре» конкурсында «Фән һәм техника» секцияһында III урын алған. Баҡалы районында Артурҙы «Һәләтле йәштәргә ярҙам итеү» хәйриә фондының дипломы менән бүләкләгәндәр.
Техника ене ҡағылған егет математика һәм урыҫ теленән тыш, физиканан Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырасаҡ. Киләсәктә лә конструкторлыҡ эшенән айырылмаҫҡа уйлай. Афарин, Артур!