+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Милли биҙәк сигәбеҙ

Беҙ, игеҙәктәр Алина һәм Алита Хисмәтуллиналар, «Йәншишмә»нең 2000 йылғы йәш хәбәрселәре булдыҡ. Әле лә яратҡан гәзитебеҙ менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Бөгөн уҡыу­сыларға милли биҙәк сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим итәм.


Иң тәүҙә ҡағыҙҙа үҙебеҙ теләгән орнаменттың өлгөһөн эшләп алабыҙ. Башҡорттарға хас ҡусҡар биҙәген һайлайыҡ. Беҙ эшләйәсәк орна­менттың эскизы 12 сантиметр­ға 12 булһын. Уның ҙурлығы төрлөсә лә алыныуы ихтимал. Ҡағыҙ киҫәгенең дүрттән бер өлөшөнә буласаҡ биҙәгебеҙҙең эскизын төшөрәйек (2-се һүрәт). Хәҙер инде уны ҡап уртаһынан ике тапҡыр бөкләп, контурынан ҡырҡырға ғына ҡалды (3-сө һүрәт). Артабан әҙер трафаретты яһалма күн туҡымаға күсереп ҡырҡып алабыҙ. Кейемгә ярашлы, орнаментыбыҙ һары, ҡыҙыл, көрән һәм башҡа төҫтә булыуы мөмкин. Ә беҙ көмөш орнамент менән малайҙар өсөн йәшел төҫтәге милли башҡорт кейемен биҙәйәсәкбеҙ. Уны тигеҙ итеп өҫтәлгә йәйеп һалабыҙ ҙа ҡап уртаһын билдәләйбеҙ. Хәҙер орнаментыбыҙҙы тейешле урынға елем менән беркетеп ҡуябыҙ (4-се һүрәт). Был сиккән ваҡытта күн туҡыма урынынан шылып китмәһен өсөн эшләнә. Ваҡытлыса өҫтөнә ауыр әйбер һалып баҫтырып ҡуйыу ҙа эшебеҙҙе еңеләйтер. Артабан ҡус­ҡар орнаментын ҡаймалап сигергә генә ҡалды. Бының өсөн, ҡыҙҙар, тәҡдим ителгән схемаға иғтибар итегеҙ (5-се һүрәт). Кейемдәр­ҙәге тамбур сигеүен күргәнегеҙ бармы? Сигеүҙең был төрө төньяҡ-көнсығыш районы баш­ҡорт­тарына хас милли кейемдәрҙә сағылыш тапҡан. Иғтибар итһәгеҙ, уларҙың биҙәктәрендә зауыҡлы итеп шау сәскә, үлән ҡайыл­ған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә үҙ эшебеҙҙә ошондай тамбур сигеүен ҡулланып ҡарайыҡ. Хәйер, схемаға ҡараған һәр кемегеҙ быны тиҙ генә төшөнөр. Күҙ­ҙәр сылбыр кеүек теҙелеп барырға тейеш. Ғәҙәти ептән саҡ ҡына ҡалыныраҡ бәү менән сикһәгеҙ, биҙәгегеҙ, һө­ҙөмтәлә, тағы ла матурыраҡ күренер (6-сы һүрәт). Энәгә епте бер ҡат ҡына үткәрергә кәрәк.

Шулай итеп, оҫтабикәләр, малайҙар өсөн башҡорт милли кейеме әҙер (7-се һүрәт). Орнаментты беркетеп сигеү серҙәренә төшөнгәнһегеҙҙер. Тәү ҡарашҡа еңел генә тойолһа ла, ысынында был эш сабырлыҡ, иғтибар талап итә. Тәүҙә шкафығыҙҙа күптән кейелмәй ятҡан кофта, күлдәк, башлыҡ һәм башҡа кейем-һалымға орнамент тегеп, ҡул шымартып алығыҙ, унан яңы кейемегеҙҙе лә биҙәкләргә мөмкин. Милли элементлы кейемдә һеҙ һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Тик ул милли биҙәктәрҙең урынлы булыуы мөһим – шуны онотмағыҙ. Зауыҡты, матурлыҡты тоя белергә кәрәк. Башҡорт хаҡының үҙенә генә хас биҙәктәре барлығын һәм уларҙың һәр береһе оло мәғәнәгә эйә булыуын да онотмайыҡ, дуҫтар.


Алита ЛОҠМАНОВА (ХИСМӘТУЛЛИНА),
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе.

Читайте нас: