-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һандыҡ яһау – борондан килгән кәсеп

Борон-борондан һандыҡ һәр өй түрендә торған. Уның эсендә ҡиммәтле әйберҙәр һаҡлағандар. Ҡыҙ баланы кейәүгә биргәндә лә һандыҡ тулы бирнә менән оҙатҡандар. Ә бит уны оҫталар күңел байлығын һалып, зауыҡ менән семәрләп эшләгән. Әлбиттә, биҙәлеше, ҙурлығы төрлөсә булған.

Тотош халҡыбыҙҙың быуаттар буйы быуындан-быуынға тапшырыла килгән сәнғәтен, рухи байлығын сағылдыра был кәсеп. Өләсәйемдең йоҙаҡлы, серле һандығын күргән һайын, эсендә нимәләр бар икән, тигән һорау тыуа торғайны.

Бөгөн дә уны эшләүсе оҫталар күп. Шуларҙың береһе – минең ҡоҙам Сәйфулла Ғайсин. Ул Белорет районында тыуып үҫкән, ә хәҙер Әбйәлил районының Асҡар ауылында донъя көтә. Оҫта ҡулдары менән ағастан һандыҡтар, ишек- тәҙрәләр, өҫтәл, ултырғыс­тар эшләп ҡуя. Һандыҡтар күргәҙмәһендә лә гел беренсе урын яулай. Уның эштәре күҙҙең яуын алып тора. Ысын күңелдән яһалған һандыҡтарын кешеләр күреп, яратып, заказ да бирә.

Шиғырҙар ҙа яҙа үҙе, «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, өс йыр авторы.


Светлана КИЛМӨХӘМӘТОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: