+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
11 Июнь 2020, 13:26
Ҡулынан килмәгән эше юҡ
Ҡолғана ауылы элек-электән уңған, эшһөйәр, булдыҡлы халҡы менән дан тота. Балаларҙы ла кескәй генә саҡтан эшкә өйрәтә, хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләй беләләр.
Бөгөнгө һүҙем – туғыҙ балалы татыу, өлгөлө Килдейәровтар ғаиләһендә бишенсе булып донъяға килгән Рәмзилә инәйем хаҡында. Мәктәпте, һөнәрселек училищеһын яҡшы билдәләргә тамамлағас, ул тыуған ауылында төпләнә. Әлеге көндә инәйем – шәхси эшҡыуар, биш баланың һөйөклө әсәһе, биш ейән-ейәнсәрҙең яратҡан өләсәһе. Күп йылдар инде тормош иптәше Сәлих Ишбирҙе улы менән кәңәшләшеп, ферма төҙөйҙәр һәм һыйыр малдары аҫрайҙар. Бөтә эште ҡул көсө менән үҙҙәре башҡара. Һыйырҙың ағын эшкәртеп, баҙарға сығып, һатыу итәләр. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Улдары ла – эшҡыуар, гөрләтеп үҙ аллы донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары – буласаҡ табип. Ә иң төпсөктәре Иҙел мәктәптә уҡып йөрөй.
Ҡулынан килмәгән эше юҡ инәйемдең. Бер генә минут та буш ултырмай. Бигерәк тә ҡул эштәренә оҫта: бәйләй, сигә, тегә. Башҡорт халҡының милли биҙәүестәрен оҫта эшләй. Туғандарына, балаларына бүләк итә, заказдар ҙа ҡабул итеп өлгөрә.
Рәмзилә Хажиәхмәт ҡыҙы һәр иртә һөйөнөп эшенә бара, күңелен һалып башҡара. Хеҙмәте менән кешеләргә файҙа килтереүенә ҡыуана. Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, ҡурҡып ҡалмай, маҡсатына ирешә. Уның хеҙмәтен лайыҡлы баһалайҙар: алған ҡиммәтле бүләктәре, Маҡтау ҡағыҙҙары был турала һөйләй.
Бала саҡтан сос, егәрле, тырыш инәйем тормошта үҙ урынын тапҡандыр, тип уйлайым. Киләсәге именлектә-һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына үтһен. Һин быға лайыҡһың, инәйем!
Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...