+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нәргизәнең торттары телеңде йоторлоҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн һеҙҙе йәш кондитер Сибай ҡыҙы Нәргизә ВӘЛИЕВА менән таныштырмаҡсыбыҙ.


– Сибай ҡалаһындағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге 13-сө башҡорт лицейының VII синыфын һәйбәт кенә тамамланым. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә, төрлө ҡул эштәре менән булышырға, бешерергә, баҡса үҫтерергә яратам. Һынлы сәнғәт синыфында ла шөғөлләнәм. Уҡытыусым – Әлиә Шамил ҡыҙы Рәшитова.

Башланғыс синыфтарҙа әки­әт һөйләү конкурсында ҡатнашып, I урын яулағайным. Яттан шиғыр һөйләү бәйгеләрендә лә урындар алдым. Мәктәптәге бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Сараларҙа ҡатнашам. Бейеү буйынса 6 йыл Мехренисо Маматовала шөғөлләндем. Һуңынан сығарылыш йылында Сания Салауат ҡыҙы Хәйбуллина төркөмөнә йөрөп, тамамлап ҡуйҙым. Башҡорт халыҡ һәм төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарырға яратам. Абхазияла, Магнитогорск, Ҡазан ҡалаларында үткән кон­курс­тарҙа ҡатнашып, урындар яуланыҡ. «Байыҡ» телевизион бәйгеһендә лә бейенек. Режиссёр Айгиз Ғабдуллин төшөргән «Серле бүләк» фильмының ике бүлегендә лә бейеү менән төштөк.

– Афарин, бик тырыш, әүҙем ҡыҙ икәнһең. Социаль селтәр­ҙәргә күҙ һалһаҡ, унда һине торт бешереү оҫтаһы, тип уйларға мөмкин. Был һөнәргә ҡайҙан өйрәндең?

– Туғандарыма тыуған көндәрендә шиғыр һөйләп, бейеү бейеп, торт бүләк итергә яратам. Ғаиләбеҙҙе көн һайын ят, тәмле аш-һыу, яңы-яңы тәмлекәстәр менән һыйларға тырышам. Минән ике йәшкә бәләкәй һеңлем Гөлгизә лә ҡалышмай, ярҙамлаша, бешерергә өйрәнә. Бәләкәй ҡустыбыҙҙы ла ҡарашабыҙ. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда әсәйем кекс бешерергә өйрәткәйне. Дүртенселә уҡығанда ике туған апайымдың туйына бер үҙем беренсе тортымды бешер­ҙем. Алтынсынан һуң кремдар менән биҙәй башланым. Һеңлем дә ҡоймаҡ, бургерҙар, омлет, ҡоймаҡтан, ҡабаҡтан торттар эшләй. Икәүләп атайым менән әсәйемә төшкө, киске аштар бешерәбеҙ.

– Паспорт алдым бит. Шуның хөрмәтенә торт бешерҙем. Документ шәкәр ҡағыҙынан эшләнде. Ашарға яраҡлы.

– Нәргизә, балалар уңышҡа өлгәшһен өсөн атай-әсәй уларға шарттар булдырырға, ышаныс белдерергә тейештер, шулай бит?

– Иң беренсе, теләк кәрәктер, тип уйлайым. Әсәйемдең бала сағында күп нәмә булмаған. Шәкәрҙе талон менән генә алғандар. Шуға өләсәйем бешеренергә ҡушмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өләсәйем эшкә сығып китеү менән әсәйем манник, кекс кеүек тәмлекәстәр бешерергә тотонған. Еҫе сыҡмаһын тип, ишекте асып, таҫтамал менән ҡыуырға тырышҡан. Ә өләсәйем барыбер һиҙгән инде, шәкәрҙе бөтөрһәгеҙ, үҙегеҙ сәй эсә алмай­һығыҙ бит, тип тыйған. Әсәйемдең бешеренергә теләге көслө булған. Алдына алғанын һәр ваҡыт килтереп сығарған. Миңә лә унан күскәндер, тип уйлайым. Әсәйем бешеренергә теләгәнемде белгәс, гел шарттар тыуҙырып, килеп сыҡмаған ваҡыттар булһа, шелтәләмәй, кәңәштәрен биреп, дәртләндереп торҙо. Һәр саҡ теләйем, булдырам һәм булдырасаҡмын, тип алдыма маҡсат ҡуйып эшләргә өйрәтте. Тәмлекәсем уңышлы килеп сыҡҡан һа­йын яңы көс-дәрт менән алға ынтылам. Тәүҙә әсәйем янымда ҡарап тора торғайны, аҙаҡ һин үҙең оҫтаһың, мин белмәгәнде лә бешереп ҡуяһың, тип ҡы­ҫылмай башланы. Ә атайымдың бешергән ризыҡтарымды маҡтап, ҡыуанып ашауы мине тағы ла нығыраҡ ҡанатландыра.

– Гәзит уҡыусыларҙы ла берәй торт бешереү сере менән таныштыр әле.

– Күбеһенсә бисквитлы торттар бешерәм. Биш йоморт­ҡаны 180 грамм шәкәр менән ҡушып, миксер менән күпергәнсе туҡыйым. Шунан 170 грамм ондо йомшартҡыс менән бергә иләп, әҙләп кенә ҡушып бутайым һәм алдан йылытылған мейескә ҡуйып, 180 градус эҫелектә 25 – 30 минут бешереп алам. Крем өсөн эремсекле сырға аҡ май һәм шәкәр ҡомо (пудра) ҡушып миксер менән туҡыйым да ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торам. Бисквит һыуынғас, уны өс өлөшкә бүлеп, кремды буяп һеңдерәм. Кремға эссенция менән тәм өҫтәргә мөмкин. Беренсе ҡатына буяғас, алдан әҙерләнгән конфитюр йәки берәй төрлө емеш һалам. Икенсе, өсөнсө ҡатты ла шулай уҡ эшләйем. Тышын әйләнеп торған өҫтәлдә тигеҙ итеп һылағас, үҙемә оҡшағанса биҙәйем.

Бешеренергә ныҡ яратам. Бишбармаҡ, ҡыҫтыбый, рассольник, борщ, щи, төрлө бәлештәр, асыҡ ауыҙҙар, сәксәк... Күп ризыҡтар бешереп ҡараным инде. Бик оҡшай. Байрамдарҙа капкейктар бешереп бүләк итәм. Быйыл емеш-еләктән ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатма, джем, конфитюр, компоттар ҙа әҙерләргә өйрәндем.

– Киләсәктә лә ошо өлкәне һайлар инеңме?

– Алла бирһә, үҙ эшемде асырға теләйем. Кондитер йә­ки дизайнер һөнәре һайлар­ға уйлайым.

– Яуаптарың өсөн рәхмәт, Нәргизә. Егәрле, булдыҡлы, тырыш, маҡсатлы Сибай ҡыҙы менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һиңә уңыштар теләйбеҙ. Хыялдарың тормошҡа ашһын!



Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Читайте нас: