-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡулдарынан бал тама

Йәйге каникул тамам. Ғәҙәттәгесә, мин ялымды Әлшәй районы Ҡармыш ауылында өләсәйем һәм олатайым эргәһендә үткәр­ҙем. Дуҫтарым менән Дим йыл­ғаһы буйында һыу индек, яланда туп типтек, еләккә йөрөнөк. Өләсәйемдең тәмле-татлы ризыҡтары менән дә һыйландым.

Әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы Айһылыу өләсәйем күп йылдар ауылда ашнаҡсы булып эшләгән, йәйгеһен колхозсыларҙы, ҡышын мәк­тәп уҡыусыларын тәмле аштары менән туҡ­ландыр­ған. Уның бешергән ризыҡтарын тәмләп, рәхмәт һүҙҙәре әйтмәгән кеше юҡтыр Ҡармышта. Шуға ла үҙен бик хөрмәт итәләр, әле булһа ла ҙур мәжлестәр ваҡытында кәнәш һорап мөрәжәғәт итәләр. Оҫта шул! Айы­рыу­са өләсәйем бешергән сәксәкте бик яраталар, һәр ваҡыт ул ҡабарып, уңып, тел йотҡос тәмле булып бешә. Ауыҙ­ҙа иреп кенә тора сәксәге. Күстәнәскә тип ауылдаштар уны төрлө ҡалаларға, хатта сит илгә алып китәләр. Килен сәксәге итеп ҡоҙаларҙы һыйлайҙар.

Был тәмлекәсте бешереү серен өләсәйем әсәһенән өйрәнеп ҡал­ған. Сәксәкте бешереү өсөн тик яңы һалынған йомортҡа, сифатлы он, май тотоноу мотлаҡ, тип һанай ул. Һауыт-һабаның да таҙа булыуына иғтибар итә. Сәксәк уңһын өсөн эшкә һәр ваҡыт «бисмилла» әйтеп, яҡшы кәйеф менән тотонорға кәрәк, ти өләсәйем. Был ваҡытта беҙҙең кәйеф тә күтәренке, ҡустым менән түҙемһеҙләнеп уның бешеүен көтәбеҙ. Ҡаҙандағы ҡамырсаҡтар шыр-шыр килеп «һөйләшә» башлағас, сәксәк бешкән була. Иң беренсе булып тәмлекәсте беҙ тәмләйбеҙ. Йылы ғына майҙа бешкән сәксәк бал­һыҙ ҙа бик тәмле була. Шулай ҙа һәр эшен еренә еткереп өйрәнгән өләсәйем ҡалған бауыр­һаҡтарҙы баллап, төрлө төҫтәге кәнфиттәр менән биҙәп ҡуя.

Халҡыбыҙҙың был ­милли ризығы күптән инде республикабыҙ­ҙың брендына әйләнгән. Һәр мәжлестә ул өҫтәлдең иң түрендә урын ала. Ә беҙ быға риза ғына. Өләсәй, һау бул, оҙаҡ йәшә, шулай гел тәмле-татлы ризыҡтарың менән һыйлап тор. Ә беҙ һинең әйткән һүҙҙәреңде, өйрәткәндәреңде иҫтә ҡалды­рыр­ға, яҡшы уҡырға тырышырбыҙ.


Айрат КАШАПОВ, II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: